Ҡариҙелдә йәш ҡарағайҙар ултыртылды

Тирә-яҡты йәшелләндеүгә ҙур өлөш индерелде  

Ҡариҙелдә йәш ҡарағайҙар ултыртылдыҠариҙелдә йәш ҡарағайҙар ултыртылды
Ҡариҙелдә йәш ҡарағайҙар ултыртылды

Ҡариҙел районында “Экология именлеге” милли проектына ярашлы (национальный проект “Экологическое благополучие”) “Хәтер баҡсаһы” акцияһында ҡатнашыусылар 4,5 гектар майҙанда 9 мең йәш ҡарағай үҫентеләре ултыртты. Был турала төбәктең Урман хужалығы министрлығы хәбәр итә.

Сарала 150 - нән ашыу кеше ҡатнашты. Ҡариҙел Урман хужалығының питомнигында үҫтерелгән үҫентеләр тиҙ арала сәсеү урынына еткерелде. Был иһә уларҙың тиҙ арала тупраҡҡа берегеп китеүенә булышлыҡ итте.

-Бындай сара экология торошон яҡшыртып ҡына ҡалмай, берләшмәлә  социаль бәйләнештәрҙе лә нығыта, - тинеләр министрлыҡта.

“Экология именлеге” милли проекты тирә-яҡ мөхитте хәстәрләй, кешеләрҙең тормошон уңайлы итә. Был йәһәттән эш бер нисә йүнәлештә алып барыла.

Яңыртылған милли проекттар Рәсәй Президенты Владимир Путиндың ҡарары буйынса тормошҡа ашырыла.

Автор фотоһы.

 

Автор:Резеда Шәнгәрәева
Читайте нас