

Күмертау ҡалаһында тегеү студияһы хужабикәһе социаль контракт төҙөп, “Ғаилә” милли проекты буйынса ҙур ярҙам алған. Эшҡыуар Светлана Рәхимова 350 мең һум матди ярҙамды тегеү оҫтаханаһы өсөн ҡорамал алыуға тотонған. Уның студияһы төрлө стилдәге кейемдәр тегеүгә ҡулайлашҡан. Шәхси заказдар ҡабул итеүҙән тыш, корпоратив клиенттар өсөн үҙенсәлекле моделдәр эшләйҙәр.
“Креатив индустрияларҙы үҫтереү – заман иҡтисадының мөһим өлкәһе, ул яңы эш урындары булдырыуға һәм төбәктең үҙенсәлекле йөҙөн формалаштырыуға булышлыҡ итә. Дәүләт ярҙамының эшҡыуарҙың тегеү студияһын үҫтереүгә ҡеүәтле стимул булыуы, талантлы кешеләргә хыялдарын тормошҡа ашырыуға дәртләндереү сараһы булыуы мөмкин”, – тип билдәләнеләр Күмертау ҡала хакимиәтендә.
Социаль өлкәләге иң эре, киң күләмле “Ғаилә” милли проекты (нацпроект “Семья”), бала тәрбиәләгән һәм күп балалы ғаиләләргә етди иғтибарын төбәп, 2030 йылға тиклем уларҙы яҡлауға 17 триллион һум аҡса йүнәлтеүҙе күҙ уңында тота. Йыл һайын 1,7 миллион ғаилә ошо милли проект буйынса әсәлек капиталынан файҙаланасаҡ. Шулай уҡ һәр кем ҡуллана алырлыҡ, сифатлы инфраструктура булдырыу, айырыуса ауыл ерендә медицина ярҙамын яҡшыртыу, ҡатын-ҡыҙҙар консультацияларын булдырыу, балалар поликлиникаларын йыһазландырыу, балалар баҡсаларын төҙөү ҙә дауам итәсәк.
Владимир Путин әсәлек капиталын һәм ғаилә ипотекаһының льготалы программаһын кәм тигәндә 2030 йылға тиклем оҙайтыуҙы тәҡдим итте. Демография проблемалары үтә киҫкен торған төбәктәргә 75 миллиард һум күләмендә финанс ярҙамы күрһәтеләсәк. Рәсәй Президенты Владимир Путин ҡарары буйынса яңы милли проект 2025 йылдың 1 ғинуарынан тормошҡа ашырыла.
Фото: “Башкортостан” дәүләт телерадиокомпанияһы