

Стәрлетамаҡта йәмәғәт киңлектәрен әүҙем төҙөкләндерәләр. Стәрле йылғаһы буйҙары, Содасылар паркы, Хоҙайбирҙин урамы, Ленин проспекты, С.М. Киров исемендәге парк яңыртылды. “Тормош өсөн инфраструктура” милли проектының (национальный проект “Инфраструктура для жизни”) “Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу” федераль проекты (федеральный проект “Формирование комфортной городской среды”) бурыстарын тормошҡа ашырыуға ярашлы мөмкин булды. Был хаҡта республиканың Торлаҡ һәм коммуналь хужалыҡ министрлығынан хәбәр иттеләр.
Стәрлетамаҡтар ҡала мөхитенең үҙгәрештәрен күрә.
-Барыһы ла графикка ярашлы бара. Йәйәүлеләр өсөн төҙөкләндерелгән зона ҡаланың был өлөшөн яңыса күрһәтәсәк. Быға тиклем ул оҙаҡ ҡына ҡаралмаған, - тип белдерҙе Стәрлетамаҡ ҡалаһы хакимиәте башлығы Эмиль Шәймәрҙәнов.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: РФ Президенты В.В. Путин ҡарарына ярашлы, былтырҙан алып яңыртылған милли проекттар тормошҡа ашырыла.
Сығанаҡ: БР Торлаҡ һәм коммуналь хужалыҡ министрлығы, фото: Стәрлематаҡ ҡала хакимиәте.
Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!