Пластик ярҙамында асфальттың сифатын яҡшыртып була

Өфө ғалимдары ошондай ысул уйлап тапҡан.   

Пластик ярҙамында асфальттың сифатын яҡшыртып булаПластик ярҙамында асфальттың сифатын яҡшыртып була
Пластик ярҙамында асфальттың сифатын яҡшыртып була

Өфө дәүләт нефть техник университеты студенттары һәм ғалимдары пластик ярҙамында асфальт япмаһы етештереүҙең экологик технологияһын әҙерләгән. Проект «Йәштәр һәм балалар» милли проектына (национальный проект «Молодёжь и дети») ярашлы тормошҡа ашырыла.

Тикшереү үткәреүселәр өҫтәмә материал сифатында полимер производствоның икенсел ҡалдыҡтарынан һәм нефть эшкәртеүҙең өҫтәмә продукттарынан торған композит материалдарҙы файҙаланған. Лаборатория һынауҙары үткән, алда – юлдың эксперименталь участкаһында яңы асфальт түшәп ҡарау.

«Нефть һәм газ технологияһы» кафедраһы аспиранты Руслан Япаев әйтеүенсә, асыш япманы ныҡ һәм оҙайлы итә (хеҙмәт срогы – биш йылдан ашыу) һәм температура йөкләмәһен -30 градустан 50 градусҡа тиклем күтәрә. Ғалимдар бер нисә рецепт һәм универсаль полимер өҫтәмәләр әҙерләгән.

«Йәштәр һәм балалар» милли проекты йәштәрҙең һәләтен үҫтереү өсөн мөмкинлектәр булдырыуға йүнәлтелгән. Милли проект үҙәгендә – мәктәптәр төҙөү һәм ремонтлау, педагогтарҙың квалификацияһын күтәреү, белем биреү өсөн яңы алымдар һәм уңайлы шарттар булдырыу. Милли проект шулай уҡ донъя кимәлендәге кампустар селтәрен үҫтереүҙе һәм «Өҫтөнлөк-2030» программаһы буйынса юғары уҡыу йорттарына булышлыҡ итеүҙе күҙ уңында тота.

Яңыртылған милли проекттар Рәсәй Президенты Владимир Путиндың ҡарары буйынса 2025 йылдан тормошҡа ашырыла.

 

Азамат Абдрафиҡов фотоһы.

Беҙҙең МАХ-тағы каналға ҡушылығыҙ: https://max.ru/gazetabashkortostan

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас