Шаран — Яңы Балтас — Андреевка юлы участкаһы яңыртылды

Үрге Йәркәй ауылы янындағы участка яҡшы хәлгә килтерелде. Подряд ойошмаһы яңы асфальт һала һәм юл билдәләрен ҡуя.

Шаран — Яңы Балтас — Андреевка юлы участкаһы яңыртылдыШаран — Яңы Балтас — Андреевка юлы участкаһы яңыртылды
Шаран — Яңы Балтас — Андреевка юлы участкаһы яңыртылды

Илеш районында "Тормош өсөн инфраструктура" милли проектын (национальный проект “Инфраструктура для жизни”) тормошҡа ашырыу барышында Шаран – Яңы Балтас – Андреевка юлының ике саҡрымдан ашыу оҙонлоғондағы биләмәһе ремонтланды. Был хаҡта Транспорт һәм юл хужалығы министрлығынан хәбәр иттеләр.

Үрге Йәркәй ауылы янындағы участка яҡшы хәлгә килтерелде. Подряд ойошмаһы яңы асфальт һала һәм юл билдәләрен ҡуя.

– Был юл Илеш һәм Саҡмағош райондарын тоташтыра, уларҙа 60 меңгә яҡын кеше йәшәй. Бәләкәй ауылдарҙа йәшәүселәр район үҙәге Үрге Йәркәйгә барғанда һәр саҡ юлдың насар торошона зарлана ине. Хәҙер инде ремонт һөҙөмтәһендә юл күпкә хәүефһеҙерәк һәм уңайлыраҡ булды, – тип белдерҙе республиканың транспорт һәм юл хужалығы министры Любовь Минакова.

“Тормош өсөн инфраструктура” милли проекты буйынса 2026 йылда республикала дөйөм оҙонлоғо 1,9 мең булған 200 саҡрым самаһы юлды һәм 15 күперҙе яҡшы хәлгә килтереү күҙаллана.

“Тормош өсөн инфраструктура” милли проектының маҡсаты – тораҡ пункттарҙы комплекслы үҫтереү. Был - торлаҡ һәм юлдар төҙөү һәм ремонтлау, йәмәғәт һәм ихата киңлектәрен төҙөкләндереү, бөтә социаль һәм коммуналь инфраструктураны булдырыу һәм яңыртыу, хәрәкәт итеүсе составты яңыртыу иҫәбенә йәмәғәт транспортының уңайлы маршруттары һанының артыуы.

Яңыртылған милли проекттар Рәсәй Президенты Владимир Путин ҡарары буйынса 2025 йылдан тормошҡа ашырыла.

 

Фото: “Башинформ” мәғлүмәт агентлығы.

Беҙҙең МАХ каналына ҡушылығыҙ: max.ru/gazetabash...

Автор:Таңсулпан Байтимерова
Читайте нас