

“Оҙайлы һәм әүҙем тормош” милли проектына ярашлы, Асҡар үҙәк район дауаханаһына физиотерапия процедураларын үткәреү өсөн заманса “Элфор” аппараты алынды. Яңы ҡорамал терәк-хәрәкәт аппараты, нервы системаһы һәм тын алыу ағзалары сирҙәре менән яфаланған пациенттарҙы дауалау спектрын киңәйтәсәк.
“Элфор” аппараты дарыу матдәләрен ялҡынһыныу барған урынға электр тогы ярҙамында илтеү ысулы – электрофез үткәреү өсөн тәғәйенләнгән. Был алым терапияның һөҙөмтәлелеген арттыра, һауыҡтырыуҙы тиҙләтә, организмға көсөргәнеште кәметә.
– Яңы ҡорамалдың килеүе – дауалау учреждениеһын яңыртыуҙа һәм район халҡы өсөн сифатлы медицина ярҙамынан файҙаланыу мөмкинлеген күтәреүҙә мөһим аҙым, – тип билдәләне Асҡар үҙәк район дауаханаһының баш табибы Илгиз Килдейәров.
“Оҙайлы һәм әүҙем тормош” проекты (нацпроект “Продолжительная и активная жизнь”) “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектын һәм элекке ҙур ҡоласлы “Демография” проектының ҡайһы бер йүнәлештәрен артабан үҫтерәсәк. Тәү сиратта ярҙам сараларын ғүмер оҙайлығы илдәге уртаса күрһәткестән артта ҡалған төбәктәр һәм ауылдар аласаҡ. Милли проект һаулыҡ һаҡлауҙың тәүге звеноһын артабан яңыртыуға йүнәлтелгән, йөрәк-ҡан тамырҙары, онкология һәм диабет сирҙәре менән көрәш буйынса федераль программалар ҙа дауам итәсәк.
Тап ошо мөһим милли проект 2030 йылға көтөлгән ғүмер оҙайлығын 78 йәшкә (артабан 80 йәшкә) тиклем еткереүҙе күҙ уңында тота. Рәсәй Президенты Владимир Путин ҡарары буйынса яңы милли проект 2025 йылдың 1 ғинуарынан тормошҡа ашырыла.
Фото:"Башҡортостан" дәүләт телерадиокомпанияһы.