Кадрҙар үҙәге үҫмерҙәргә эш табырға ярҙам итә

Эш хаҡынан тыш, йәштәр ай һайын Кадрҙар үҙәгенән матди ярҙам сифатында 2,1 мең һумдан ашыу аҡса алыу мөмкинлегенә эйә. 

Кадрҙар үҙәге үҫмерҙәргә эш табырға ярҙам итәКадрҙар үҙәге үҫмерҙәргә эш табырға ярҙам итә
Кадрҙар үҙәге үҫмерҙәргә эш табырға ярҙам итә

2026 йыл башында Башҡортостанда йәштәрҙең ваҡытлыса мәшғүллеге уҙған йылдың ошо уҡ осоро менән сағыштырғанда 20 процентҡа артҡан. Консультациялар һорап белгестәргә бөтәһе 1,5 меңдән ашыу үҫмер мөрәжәғәт иткән. Йәштәрҙе эш менән тәьмин итеүгә булышлыҡ итеү, уларға һөнәри йүнәлеш һәм өҫтәмә белем биреү «Кадрҙар» милли проектының (национальный проект «Кадры») бурыстарына инә, тип хәбәр иттеләр республиканың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығынан.

«Быйыл 14-18 йәшлек 12,4 мең үҫмерҙе ваҡытлыса эш менән тәьмин итергә уйлайбыҙ. Үҙҙәрен яуаплы һәм инициативалы итеп күрһәткәндәр маҡсатлы уҡытыуға кандидат була ала. Юғары һәм урта махсус уҡыу йорттарын тамамлағандан һуң тәүге хеҙмәт тәжрибәһенә эйә булғандар Башҡортостан компанияларына эшкә ҡайтасаҡтар», – тип билдәләне Башҡортостандың Кадрҙар үҙәге директоры Ридан Әхйәмов.

Эш хаҡынан тыш, йәштәр ай һайын Кадрҙар үҙәгенән матди ярҙам сифатында 2,1 мең һумдан ашыу аҡса ала.

Уҡыуҙан буш ваҡыттарында уҡыусылар һәм студенттар үҙҙәрен вожатый, тәрбиәсе ассистенты, төҙөкләндереү һәм йәшелләндереү буйынса хеҙмәткәр, комплектлаусы йәки менеджер ярҙамсыһы ролендә һынап ҡарай.

 

Фото: Наталия Афонина (“Кумертауское время” гәзите).

 

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас