Агросәнәғәт комплексы продукцияһын экспортлау күләме артҡан

Агросәнәғәт комплексы продукцияһын сит илгә һатыуҙы арттырыу “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт”  милли проекты маҡсаттарына ярашлы тормошҡа ашырыла.

Агросәнәғәт комплексы продукцияһын экспортлау күләме артҡанАгросәнәғәт комплексы продукцияһын экспортлау күләме артҡан
Агросәнәғәт комплексы продукцияһын экспортлау күләме артҡан

Башҡортостандан сит илгә 187 мең тоннанан ашыу агросәнәғәт комплексы продукцияһы оҙатылды. Шулай итеп, май уртаһына поставкалар күләме уҙған йылдың ошо уҡ осоро менән сағыштырғанда 31,2% артҡан (2025 йылда - 143,1 мең тонна продукция).

Агросәнәғәт комплексы продукцияһын сит илгә һатыуҙы арттырыу “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” (национальный проект “Международная кооперация и экспорт”)  милли проекты маҡсаттарына ярашлы тормошҡа ашырыла, тип хәбәр иттеләр республиканың Ауыл хужалығы министрлығында.

Аҡсалата сағылышта күрһәткес ике тапҡырҙан ашыуға артҡан. Ағымдағы йылдың дүрт айҙан ашыу осоронда етештереүселәр 111 миллион долларға яҡын продукция һатҡан. Бер йыл элек - 51,2 миллион долларға (+214,2%).

Бигерәк тә Һиндостан, Үзбәкстан, Ҡытай, Ҡаҙағстан һәм Әзербайжанға күп тауар оҙатылған.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” (национальный проект “Международная кооперация и экспорт”)  милли проекты буйынса республиканың агросәнәғәт комплексына 2030 йылға ауыл хужалығы продукцияһын сит илгә оҙатыу күләмен 2021 йылғы кимәлгә ҡарата 1,5-2 тапҡырға арттырырға кәрәк.

Милли проекттар Рәсәй Президенты Владимир Путиндың ҡарары буйынса тормошҡа ашырыла.

Автор:Карима Усманова
Читайте нас