“Йәшел сауҡалыҡ” матур өлгө күрһәтә

Уңышлы тәжрибә таратыласаҡ

“Йәшел сауҡалыҡ” матур өлгө күрһәтә“Йәшел сауҡалыҡ” матур өлгө күрһәтә
“Йәшел сауҡалыҡ” матур өлгө күрһәтә

  “Йәшел сауҡалыҡ” шифаханаһында “Хеҙмәт етештереүсәнлеге” федераль милли проектына ярашлы (национальный проект “Производительность труда”) медицина процедураларын көтөү ваҡыты ике тапҡырҙан да күберәккә ҡыҫҡарған. Ә ҡунаҡтар урынлашыу процесы 2,5 тапҡырға йылдамланған, тип хәбәр итә төбәктең компетенциялар үҙәге.

Төбәктең компетенция үҙәге эксперттары менән берлектә һаҡсыл производство сараларын индереү медицина хеҙмәттәрен күрһәтеү ваҡытын 61 процентҡа ҡыҫҡартырға булышлыҡ итә, курорт поликлиникаһына сират 80 процентҡа кәмей.

-Проектта ҡатнашыу шифаханаға ҡунаҡтар өсөн медицина хеҙмәттәрен күрһәтеү мөмкинлеген күтәреп кенә ҡалманы, персоналға көсөргәнеште лә кәметергә булышлыҡ итте. Шифаханаларыбыҙҙың иң яҡшы өлгөләре республикабыҙҙың башҡа шифахана-курорт предприятиеларына ла таратыласаҡ, - тине Башҡортостан Хөкүмәте Премьер–министрының беренсе урынбаҫары Рөстәм Моратов.

Милли проекттар Рәсәй Президенты Владимир Путиндың ҡарары буйынса тормошҡа ашырыла.

Автор фотоһы.

Автор:Резеда Шәнгәрәева
Читайте нас