“Башаҡ” отряды хеҙмәт миҙгелен башланы

“Башаҡ” студенттар отряды вузда 2007 йылда тергеҙелде. Йыл һайын уның сафында 600-ҙән ашыу кеше төрлө йүнәлештәр буйынса эшләй.

“Башаҡ” отряды хеҙмәт миҙгелен башланы“Башаҡ” отряды хеҙмәт миҙгелен башланы
“Башаҡ” отряды хеҙмәт миҙгелен башланы

Башҡортостан дәүләт аграр университетының “Башаҡ” студенттар отрядында хеҙмәт семестры башланды.

Агросәнәғәт комплексы предприятиеларын перспективалы кадрҙар менән тулыландырыу – “Аҙыҡ-түлек хәүефһеҙлеген технологик тәьмин итеү” милли проектының (нацпроект «Технологическое обеспечение продовольственной безопасности») төп бурыстарының береһе.

Өфөлә Йәштәр һарайы алдындағы майҙанда эш миҙгеле стартына арналған тантаналы митинг булып үтте. Сәләмләү һүҙҙәре менән  отряд ағзаларына университет ректоры Илдар Ғәбитов мөрәжәғәт итте. Ул теоретик белемде практикала тормошҡа ашырыу ваҡыты еткәнен билдәләне һәм хәүефһеҙлек техникаһы талаптарын  үтәү кәрәклегенә иғтибарҙы йүнәлтте.

Отрядтар командирҙары байрамда ҡатнашҡан ҡунаҡтарҙың теләктәрен ишетте, төбәктең агросәнәғәт комплексы объекттарындағы эштәрҙе үтәүгә путевкалар алды.

Агропредприятиеларға студенттарҙың хеҙмәт хаҡына һәм йәшәүгә киткән сығымдарҙың 90 проценты компенсацияланасаҡ. Мәҫәлән, былтыр 31 предприятиеға 354 студентҡа хеҙмәт хаҡын түләүгә һәм йәшәүгә киткән сығымдар компенсацияланды.

“Башаҡ” студенттар отряды вузда 2007 йылда тергеҙелде. Йыл һайын уның сафындағы 600-ҙән ашыу  кеше төрлө йүнәлештәр буйынса эшләй.

“Аҙыҡ-түлек хәүефһеҙлеген технологик тәьмин итеү” милли проектының төп маҡсаты – Рәсәй агросәнәғәте комплексын һәм  уның  технологик хәүефһеҙлеген үҫтереү. Яңыртылған милли проекттар Рәсәй Президенты Владимир Путин ҡарары буйынса 2025 йылдың 1 ғинуарынан тормошҡа ашырыла.

Фото: "Башҡортостан" дәүләт телерадиокомпанияһы.

 

 

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас