Иген продукцияһы сит илгә оҙатыла

Башҡортостан предприятиелары иген продукцияһын экспортлауҙы һигеҙ процентҡа арттырған.

Иген продукцияһы сит илгә оҙатылаИген продукцияһы сит илгә оҙатыла
Иген продукцияһы сит илгә оҙатыла

Башҡортостан тәьминәтселәре 2026 йылдың тәүге дүрт айында сит илдәргә 12,5 мең тонна эшкәртелгән иген продукцияһы оҙатҡан, был "Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт" (национальный проект “Международная кооперация и экспорт”)  милли проекты маҡсаттарына тап килә. Был 2025 йылдың ошо уҡ осорона ҡарағанда 1000 тоннаға йәки 8 процентҡа күберәк, тип хәбәр иттеләр республиканың Ауыл хужалығы министрлығынан.

“Эшкәртелгән иген продукцияһы Әзербайжанға, Әрмәнстанға, Грузияға, Ҡаҙағстанға, Ҡырғыҙстанға, Төркмәнстанға, Үзбәкстанға һәм Төркиәгә һатылды. Атап әйткәндә, 11,2 мең тонна он, 198 тонна ярма, 1,052 тонна көрпә, 14 тонна ҡур оҙатылған”, — тиелә отчетта.

Бөтә продукция сит илгә оҙатыр алдынан Россельхознадзор лабораторияһында тикшерелгән. Продукцияның карантин фитосанитар статусына нигеҙләнеп, ведомство 229 фитосанитар сертификат биргән.

“Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проекты үҙебеҙҙең ил компанияларына ярҙам күрһәтеүҙе күҙ уңында тота. Төп маҡсаттары – һөҙөмтәле механизмдарҙы ҡулайлаштырыу, импортер илдәрҙә үҙебеҙҙә ихтыяж булған инфраструктура булдырыу йәһәтенән эште көсәйтеү.

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың ҡарарына ярашлы, яңыртылған милли проекттар 2025 йылдан тормошҡа ашырыла.

 

Автор:Карима Усманова
Читайте нас