Ҡаҙағстанға ауыл хужалығы ҡорамалдары оҙатыла

Ҡаҙағстан Башҡортостандың сауҙа партнерҙары араһында өсөнсө урынды биләй.

Ҡаҙағстанға ауыл хужалығы ҡорамалдары оҙатылаҠаҙағстанға ауыл хужалығы ҡорамалдары оҙатыла
Ҡаҙағстанға ауыл хужалығы ҡорамалдары оҙатыла

Башҡортостандың "Спецтехника" сауҙа йорто Ҡаҙағстанға ауыл хужалығы техникаһы оҙата башланы. Преслаусы-йыйғыс һәм сапҡыстарҙың тәүге партияһы ебәрелгән дә инде. Эш “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” (национальный проект “Международная кооперация и экспорт “) милли проекты сиктәрендә башҡарыла, тип хәбәр итә республиканың Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министрлығы.

— Ҡаҙағстан – Башҡортостандың төп партнерҙарының береһе. Илдә төбәктең тауар әйләнешенең 9,9 % тура килә, экспорт 86,5 % тәшкил итә. “Спецтехника” сауҙа йортонан техника тапшырыла башлауы Ҡаҙағстандың ауыл хужалығы тармағы ихтыяждарына яуап булып тора. Техника аграрийҙарға мал аҙығы әҙерләүҙең һөҙөмтәлелеген күтәрергә мөмкинлек бирәсәк, хеҙмәттәшлекте киңәйтеү юлдарын да күрәбеҙ, тип билдәләне Башҡортостандың тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министры Маргарита Болычева.

Тәүге партияға алты преслаусы-йыйғыс, төрлө типтағы туғыҙ роторлы сапҡыс, запас частар инә. Оҙатыу Рәсәй Федерацияһының Ҡаҙағстандағы сауҙа миссияһы ҡарамағындағы Башҡортостан Республикаһы вәкиллеге ярҙамында ойошторолдо. Киләсәктә продукция ассортиментын киңәйтеү өсөн артабан ташыуҙар планлаштырыла.

Төбәктәр араһында хеҙмәттәшлек тотороҡло үҫешә. 2025 йылғы күрһәткестәргә таянып, Ҡаҙағстан Башҡортостандың сауҙа партнерҙары араһында өсөнсө урынды биләй. Был ыңғай тенденция быйыл да дауам итә.

“Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проекты үҙебеҙҙең ил компанияларына ярҙам күрһәтеүҙе күҙ уңында тота. Төп маҡсаты – һөҙөмтәле механизмдарҙы ҡулайлаштырыу, импортер илдәрҙә үҙебеҙҙә ихтыяж булған инфраструктура булдырыу йәһәтенән эште көсәйтеү.

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың ҡарарына ярашлы, яңыртылған милли проекттар 2025 йылдан тормошҡа ашырыла.

 

Автор:Карима Усманова
Читайте нас