

Ҡырмыҫҡалы районының Оло Күл – Ҡабаҡ – Һыуыҡ Шишмә юлында Ҡарайылға аша һалынған күперҙе ипкә килтерәләр. Был эштәр “Тормош өсөн инфраструктура” милли проекты (национальный проект “Инфраструктура для жизни”) бурыстарын тормошҡа ашырыуға ярашлы бара. Барлыҡ эштәр 2026 йыл аҙағында тамамланыр, тип көтөлә. Был хаҡта республиканың Транспорт һәм юл хужалығы министрлығынан хәбәр иттеләр.
Ҡолош ауылы эргәһендәге яһалма ҡорлмала белгестәр иҫке конструкцияны демонтажлағандар инде һәм свайлы фундаментты төҙөклөндерә башлағандар.
“Ҡарайылға аша һалынған күпер Ҡырмыҫҡалы районы ауылдары араһында транспорт бәйләнешен тәьмин итә. Был юл буйлап улар Р-240 федераль трассаһына һәм Өфө – Инйәр – Белорет юлына сыға, Өфөгә бара ала. Оло Күл – Ҡабаҡ – Һыуыҡ Шишмә юлы буйынса трафик тәүлегенә ике меңдән ашыу автомобиль тәшкил итә”, – тип һөйләне республиканың транспорт һәм юл хужалығы министры Любовь Минакова.
Сығанаҡ: БР Транспорт һәм юл хужалығы министрлығы; фото: “Башҡортостан” ДТРК-һы.
Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!