

Башҡортостандың Шишмә районында Өфө - Шишмә юлында Дим йылғаһы аша күперҙе ремонтлай башланылар. 236,5 саҡрым оҙонлоҡтағы ҡоролманы “Йәшәү өсөн инфраструктура” (национальный проект “Инфраструктура для жизни”) милли проекты буйынса норматив хәлгә килтерәләр, тип хәбәр иттеләр республиканың Транспорт министрлығында.
Күпер Ҡара Яҡуп ауылынан алыҫ түгел ерҙә урынлашҡан. Эштәр ҡоролманың яртыһында алып барыла: подряд ойошмаһы үҙ-ара тороҡ ҡоролмалары урҙаларын арматуралауҙы, таяуҙарҙы ҡом менән таҙартыуҙы һәм тороҡ ҡоролмалары урҙаларын бетонлау өсөн әҙерләүҙе башҡара.
“Өфө - Шишмә юлында Дим йылғаһы аша күперҙе төҙөкләндереү 50 меңгә яҡын кеше йәшәгән Шишмә районы халҡы өсөн бик мөһим. Ошо юлдан улар Шишмә район үҙәгенә һәм республиканың баш ҡалаһы - Өфөгә тиклем барып етә ала. Бында йәмәғәт транспорты йөрөй”, - тип һөйләне Башҡортостандың транспорт һәм юл хужалығы министры Любовь Минакова.
Эштәр график буйынса бара. Ремонт эштәрен 2027 йылда тамамлау күҙаллана.
Рәсәй Президенты Владимир Путиндың ҡарарына ярашлы, яңыртылған милли проекттар 2025 йылдан тормошҡа ашырыла.