750 студентты яңы программа көтә

Уҡыу йорто етәкселегенең маҡсаты – юғары класлы ғына түгел, ә киләсәкте төҙөйәсәк – инновациялар булдырасаҡ һәм аныҡ технологик саҡырыуҙарға яуап бирәсәк инженерҙар әҙерләү.

750 студентты яңы программа көтә750 студентты яңы программа көтә
750 студентты яңы программа көтә

Өфө дәүләт нефть техник университетының ике инженер факультетында киләһе уҡыу йылынан яңыса белем ала башлаясаҡтар: беренсе курс өсөн белем биреүҙең ядро программаһы индерелә.

Тәүгеләрҙән булып 750 студент 16 программа буйынса уҡыясаҡ. Инженер белем биреүҙең яңы моделен эшләү Рәсәй Президенты Владимир Путиндың тәҡдименә ярашлы булдырылған “Йәштәр һәм балалар” милли проектының (национальный проект “Молодежь и дети”) “Өҫтөнлөк 2030” программаһы нигеҙендә бойомға ашырыла, тип хәбәр иттеләр республиканың Мәғариф министрлығынан.

Яңы моделде Өфө дәүләт нефть техник университетында бер йыл элек эшләй башланылар. Уҡыу йорто етәкселегенең маҡсаты – юғары класлы ғына түгел, ә киләсәкте төҙөйәсәк – инновациялар булдырасаҡ һәм аныҡ технологик саҡырыуҙарға яуап бирәсәк инженерҙар әҙерләү.

Тәүге ике курс өсөн ядро программаһы биш төп бүлектән тора. Гуманитар-коммуникатив блокта китап һәм фекер алышыу клубтары, нәфис-ижади оҫтахана, бизнес академияһы ойоштороу ҡаралған. Тәбиғәт-фән блогы үҙ эсенә математика, физика, химия фәндәрен ала, улар нигеҙендә ғилми тәжрибәләр үткәреү планлаштырыла. Һанлы блок программалаштырыу, компьютер графикаһы һәм моделләү үҙенсәлектәренә өйрәтеүгә йүнәлтелгән. Һөнәри блокта иһә базалы инженер һөнәре биреләсәк. Ә дисциплина-ара индивидуаль модуль бар блоктарҙы бергә бәйләй һәм программа дауамында тормошҡа ашырыла.

Яңы алым буйынса уҡытылған студенттар тәүге ике курстан һуң комплекслы дүрт имтихан тапшыра. Һөҙөмтә буйынса улар, юғары белем тураһындағы төп дипломға ҡушып, алдынғы технологиялар белгесе дипломын да аласаҡ.

Фото: Башҡортостан Хөкүмәте сайты.

Беҙҙең МАХ-тағы каналға ҡушылығыҙ: https://max.ru/gazetabashkortostan 

750 студентты яңы программа көтә
750 студентты яңы программа көтә
Автор:Дилбәр Ишморатова
Читайте нас