Туристар яратып йөрөгән биш саҡрым юл төҙөкләндерелде

Был юл билдәле һәм халыҡ яратып йөрөгән урындарға – Көньяҡ Урал ҡурсаулығына, "Абҙаҡ" тау саңғыһы курортына, Ар ташына, Ирәкташҡа һәм башҡа тәбиғәт ҡомартҡыларына илтә. 

Туристар яратып йөрөгән биш саҡрым юл төҙөкләндерелдеТуристар яратып йөрөгән биш саҡрым юл төҙөкләндерелде
Туристар яратып йөрөгән биш саҡрым юл төҙөкләндерелде

Башҡортостанда «Йәшәү өсөн инфраструктура» милли проекты (национальный проект «Инфраструктура для жизни») сиктәрендә туристар яратып йөрөгән биш саҡрым юл төҙөкләндерелде, тип хәбәр иттеләр республиканың Транспорт һәм юл хужалығы министрлығында.

Архангел районындағы Өфө - Инйәр - Белорет трассаһы участкаһы тейешле хәлгә килтерелде. Баҡалды ауылы эргәһендә подряд ойошмаһы асфальт-бетон япманы яңыртҡан, юл ситтәрен нығытҡан һәм юлға билдәләр һалған.

– Өфө - Инйәр - Белорет трассаһы Архангел, Белорет һәм Ҡырмыҫҡалы райондары халҡын транспорт бәйләнеше менән тәьмин итә, шулай уҡ популяр туристик йүнәлеш булып тора. Был юл билдәле һәм халыҡ яратып йөрөгән урындарға – Көньяҡ Урал ҡурсаулығына, "Абҙаҡ" тау саңғыһы курортына, Ар ташына, Ирәкташҡа һәм башҡа тәбиғәт ҡомартҡыларына илтә. Өфө - Инйәр - Белорет юлындағы трафик тәүлегенә 12 мең автомобилгә етә, – тип һөйләне Башҡортостандың транспорт һәм юл хужалығы министры Любовь Минакова.

2026 йылда «Йәшәү өсөн инфраструктура» милли проекты сиктәрендә бөтәһе 100 саҡрымдан ашыу туристик юлды ремонтлау күҙаллана. Был 2025 йылға ҡарағанда 25 саҡрымға күберәк. Эштәр Өфө - Инйәр - Белорет, Кропачево - Мәсәғүт - Әшит, М-5 «Урал» - Ҡырғыҙ-Миәкә, Талбазы - Красноусол, Ишембай - Воскресенск - Мәләүез кеүек йүнәлештәрҙә башҡарыласаҡ.

Подрядсы ойошмалар асфальт-бетон япманы яңыртасаҡ, юл ситтәрен нығытасаҡ һәм юлға билдәләр яһаясаҡ.

Яңыртылған милли проекттар ил Президенты В.В. Путиндың Указына ярашлы, 2025 йылдан тормошҡа ашырыла.  

Фото: Розалия Хисаева (fotobank02.ru)

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас