

Элемтә операторы Башҡортостандың 130 ауылында юғары тиҙлекле интернет булдырған. 25 меңдән ашыу ғаилә юғары тиҙлектәге сымлы интернетҡа эйә булған. Ауылдарҙа сымлы интернетҡа инеү мөмкинлеген киңәйтеү – “Мәғлүмәт иҡтисады һәм дәүләттең һанлы үҙгәреше” милли проектының (национальный проект “Экономика данных и цифровая трансформация государства”) төп маҡсаттарының береһе, тип хәбәр итә БР Дәүләттең һанлы үҫеше министрлығы.
Абоненттарҙың тотороҡло интернетҡа эйә булыуының ышаныслылығы өсөн GPON технологияһы яуаплы: сым һәр йортҡа үткәрелә, был юғары тиҙлекте тәьмин итә һәм интернетты бер үк ваҡытта бер нисә ҡоролмала ҡулланырға мөмкинлек бирә. Халыҡҡа видеоэлемтә аша аралашыу, ҙур файлдарҙы ҡарау уңайлыраҡҡа әйләнгән.
– Беҙҙең ауыл советында бер нисә аҙна эсендә селтәр һалынды. Хәҙер 230 йорттоң һәр береһендә интернет барлыҡҡа килгәнен көтәбеҙ, - ти Дыуан районының Һикәяҙ ауыл биләмәһе башлығы Татьяна Пестерева.
Башҡортостан ауылдарында юғары тиҙлекле сымлы интернетты үҫтереү проектын «Ростелеком» акционерҙар йәмғиәте тормошҡа ашырҙы.
Йыл башынан алып провайдер хеҙмәткәрҙәре 160 ауылда интернет сымдары һуҙған.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: РФ Президенты В.В. Путин ҡарарына ярашлы, былтырҙан алып яңыртылған милли проекттар тормошҡа ашырыла.
Мәғлүмәт, фото: БР Дәүләттең һанлы үҫеше министрлығы.
Беҙҙең гәзиттең МАХ-тағы каналына ҡушылығыҙ, дуҫтар: https://max.ru/gazetabashkortostan