

Донъя кимәлендәге Евразия фәнни-белем биреү үҙәге республиканың 119 ғалиме өсөн “Фәнни остазлыҡ” программаһын ойошторҙо. Сара “Фән эргәбеҙҙә. Фән һәм технологиялар ун йыллығы” башланғысына ярашлы үткәрелгән.
Сарала ҡатнашыусылар заман фәнендә остаздарҙың роле, тәжрибәне таратыу юлдары тураһында тәрән белем алды.
“Кәңәшсе-тәрбиәсе булыу – ул барыһынан да элек кешене вазифаһынан тыш күрә белеү, уның нимәгә һәләтле булыуын тойоу һәм юлдың иң мөһим этабында эргәһендә булыу. Етәксе кешелә ҡыҙыҡһыныу, мауығыу осҡонон күреп, уны ялҡынға әүерелдерә һәм үҙ аллы аҙымдар яһау өсөн мөмкинлек тыуҙыра алһа, шул саҡта ысын фән тыуа ла инде. Беҙҙең фән мәктәбенең көсө тап ошо күсәгилешлектә, бында тәжрибә регламент буйынса түгел, ә йөрәктән йөрәккә күсә”, – тигән аңлатма бирҙе Башҡортостандың Фән һәм юғары белем буйынса дәүләт комитеты рәйесе Светлана Мостафина.
Программаның темалары ҡолас еткеһеҙ – грант эшмәкәрлегенән алып идара итеү компетенцияларына тиклем.
– Программаға ҡыҙыҡһыныу һиҙелерлек артты. Быйыл уны Евразия фәнни-белем биреү үҙәгенең йөҙҙән ашыу уҡытыусыһы үтте. Былтырғынан 90 кешегә күберәк тигән һүҙ. Республика уҡытыусыларының профессиональ үҫешкә ҡыҙыҡһыныуы арта. Программа практик майҙансыҡ булараҡ төҙөлдө. Һәр кем эштә ҡулланырлыҡ аныҡ инструменттар менән китте, – тине ”Башҡортостан Республикаһының Евразия фәнни- белем биреү үҙәгенең идарасы компанияһы” директоры Андрей Кулаков.
Илебеҙ халҡының өстән бер өлөшөнә ҡағыласаҡ “Йәштәр һәм балалар” милли проекты (нацпроект “Молодежь и дети”) йәш быуынға үҙенең эске мөмкинлектәрең бойомға ашырыу өсөн шарттар тыуҙырыуға арналған. Мәктәптәр төҙөү һәм ремонтлау, педагогия университеттарын яңыртыу, белем биреү- производство үҙәктәрен һәм профессиональ әҙерлек кластерҙарын, инженер мәктәптәрен, донъя кимәлендәге кампустар селтәрен формалаштырыу – уның төп маҡсаты. Йәш быуында илһөйәрлек, яуаплылыҡ, әхләҡи ҡиммәттәр тәрбиәләүгә айырыуса ҙур иғтибар биреләсәк. Проект 14 йәштән 35 йәшкә тиклемге йәштәрҙең һәләттәрен үҫтереү өсөн мөмкинлектәр тыуҙырыуҙы күҙ уңында тота.
Яңы милли проект былтыр тамамланған “Мәғариф” проектының логик дауамы булыуҙан тыш, йәштәр сәйәсәтендә өр-яңы аҙым яһаясаҡ. Рәсәй Президенты Владимир Путин ҡарары буйынса яңы милли проект 2025 йылдың 1 ғинуарынан тормошҡа ашырыла.
Фото: сығанаҡ “Рәсәй милли проекттары”.