

Өфөнөң Ғафури, Ленин, Зорге урамдарындағы үҙ ағышлы канализация коллекторҙарын капиталь ремонтлау тамамланды, тип хәбәр иттеләр республиканың Торлаҡ-коммуналь хеҙмәт министрлығынан.
Был эштәр Рәсәй Президенты Владимир Путиндың тәҡдименә ярашлы булдырылған “Тормош өсөн инфраструктура” милли проектының (национальный проект “Инфраструктура для жизни”) “Коммуналь инфраструктураны яңыртыу” федераль программаһы нигеҙендә тормошҡа ашырылды.
Мөһим коммуникациялар баш ҡала халҡының тормошон яҡшыртыуға, санитар-эпидемиологик именлекте хәстәрләүгә тос өлөш индерә. Үткәрелгән сараларҙың маҡсаты – һыу менән тәьмин итеүҙең ышаныслылығын, һөҙөмтәлелеген арттырыу, авария хәлдәрен булдырмау. Эштә заманса һаҡсыл технологиялар ҡулланыуға айырым иғтибар бүленде, иҫке сөгөн, тимер-бетон торбалар коррозияға бирешмәгән, күп йылға сыҙаясаҡ яңыларға алмаштырыла.
Фото: house.bashkortostan.ru
Беҙҙең МАХ-тағы каналға ҡушылығыҙ: https://max.ru/gazetabashkortostan