Өфө ғалимдары электр тапшырыу линияһында аварияны иҫкәртергә өйрәнгән

Улар бының өсөн альтернатив ысул – поляр балҡыш буйынса билдәләүҙе тәҡдим иткән.

Өфө ғалимдары электр тапшырыу линияһында аварияны иҫкәртергә өйрәнгәнӨфө ғалимдары электр тапшырыу линияһында аварияны иҫкәртергә өйрәнгән
Өфө ғалимдары электр тапшырыу линияһында аварияны иҫкәртергә өйрәнгән

Өфө фән һәм технологиялар университеты (ӨФһТУ) һәм Рәсәй Фәндәр академияһының Геофизика үҙәге ғалимдары поляр балҡыш менән электр тапшырыу линияларында хәүефле ток барлыҡҡа килеү араһында үҙ-ара бәйләнеш бар икәнен асыҡлаған. Бындай эш «Йәштәр һәм балалар» милли проекты (национальный проект "Молодёжь и дети") бурыстарына яуап бирә, тип хәбәр итә Башҡортостан Республикаһының Фән һәм юғары белем биреү буйынса дәүләт комитеты.

Ҡояш массаһы һәм юғары тиҙлектәге ҡояш еле ағымы геомагнитлы-индукцияланған токтың (ГИТ) артыуына килтерә. Был – геомагнит ҡыры үҙгәреү арҡаһында Ерҙең өҫкө ҡатламдарында барлыҡҡа килгән электр тогы. Алыҫҡа һуҙылған ҡоролмалар – электр тапшырыу линиялары һәм үткәргес торбаларҙа был токтар көс автотрансформаторҙарын сафтан сығара һәм электр энергияһы һүнеүгә килтерә. Улар шулай уҡ торбаларҙың коррозияһын арттыра, тимер юл автоматикаһында өҙөклөктәр тыуҙыра.

Ғәҙәттә, бындай хәлдәрҙе күҙаллау өсөн Арктикала булмаған махсус датчиктар ҡулланыла. Өфө ғалимдары бының өсөн альтернатив ысул – поляр балҡыш буйынса билдәләүҙе тәҡдим иткән.

Белгестәр күк йөҙөн һәм токтарҙы күҙәтеү ваҡытындағы 100 меңгә яҡын күренеште анализлаған. Улар аныҡ структуралы сағыу балҡыштар ваҡытында ГИТ кимәле ярайһы уҡ юғары булганын асыҡлаған. Был иһә электр селтәрҙәрендә авария хәүефе бар тигәнде аңлата.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: РФ Президенты В.В. Путин ҡарарына ярашлы, былтырҙан алып яңыртылған милли проекттар тормошҡа ашырыла.

 

Фото: https://gtrkrb.ru/novosti/

Беҙҙең гәзиттең МАХ-тағы каналына ҡушылығыҙ, дуҫтар: https://max.ru/gazetabashkortostan

 

Автор:Равиля Гатауллина
Читайте нас