Өфөлә төҙөлөш форумы үтәсәк

Быйыл форумдың төп темаһы – шәхси торлаҡ төҙөлөшөн үҫтереү мәсьәләләре.

Өфөлә төҙөлөш форумы үтәсәкӨфөлә төҙөлөш форумы үтәсәк
Өфөлә төҙөлөш форумы үтәсәк

“Өфө кирбесле 2.0” йыл һайын үткәрелгән төҙөлөш форумы 11 июндә Башҡортостандың баш ҡалаһында “Тормош өсөн инфраструктура” милли проекты (национальный проект “Инфраструктура для жизни”) маҡсаттарына ярашлы уҙғарыла. Был хаҡта төбәктең Төҙөлөш һәм архитектура министрлығынан хәбәр иттеләр.

Быйыл форумдың төп темаһы – шәхси торлаҡ төҙөлөшөн үҫтереү мәсьәләләре. Сарала ҡатнашыуға шәхси торлаҡ төҙөлөшө сегментында эшләгән һәм Башҡортостан биләмәһендә эшмәкәрлек алып барған төҙөлөш компаниялары һәм подряд ойошмалары саҡырылған.

Программала дәүләт власы органдары, профессиональ берләшмә вәкилдәре һәм тармаҡ эксперттары ҡатнашлығында пленар сессия, шулай уҡ тәжрибә уртаҡлашыуға һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ өлкәһендә ғәмәли мәсьәләләрҙе тикшереүгә йүнәлтелгән ғәмәли өлөш планлаштырылған. Тулыраҡ мәғлүмәт форумдың рәсми сайтында урынлаштырылған.

“Тормош өсөн инфраструктура” милли проектының маҡсаты — тораҡ пункттарҙы комплекслы үҫтереү. Был торлаҡ һәм юлдар төҙөү һәм ремонтлау, йәмәғәт һәм ихата киңлектәрен төҙөкләндереү, бөтә социаль һәм коммуналь инфраструктураны булдырыу һәм яңыртыу, хәрәкәт итеүсе составты яңыртыу иҫәбенә йәмәғәт транспортының уңайлы маршруттары һанының артыуы. Яңыртылған милли проекттар РФ Президенты Владимир Путин ҡарары буйынса 2025 йылдан тормошҡа ашырыла.

Фото: "Башҡортостан" ДТРК-һы. 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас