Мәғлүмәт ойошмаһы реклама кампанияһын башланы

Рәсәй халҡының 91 проценты милли проекттар тураһында белә. Улар тормоштоң бөтә өлкәләрен үҙ эсенә ала, ә көндәлек үҙгәрештәр беҙҙең һәр беребеҙгә ҡағыла.  

Мәғлүмәт ойошмаһы реклама кампанияһын башланыМәғлүмәт ойошмаһы реклама кампанияһын башланы
Мәғлүмәт ойошмаһы реклама кампанияһын башланы

“Милли өҫтөнлөктәр” автономлы коммерцияға ҡарамаған ойошма “Был билдә артында нимә тора” тигән комплекслы реклама кампанияһын башланы. Ул кеше көндәлек тормошта тойған илдәге милли проекттар буйынса аныҡ үҙгәрештәрҙе күрһәтә. Яңы милли проекттарҙың төп йүнәлештәре һәм башҡарылған эштәр тураһында телевидениелағы, радиолағы һәм интернеттағы роликтар, ҡала урамдарындағы реклама һөйләйәсәк.

Рәсәй халҡының 91 проценты милли проекттар тураһында белә. Улар тормоштоң бөтә өлкәләрен үҙ эсенә ала, ә көндәлек үҙгәрештәр беҙҙең һәр беребеҙгә ҡағыла. Яңы мөмкинлектәр барлыҡҡа килә, тирә-яғыбыҙҙа донъя матурлана, ә тормош уңайлыраҡ һәм сағыуыраҡ була бара.

“Ғаилә” (нацпроект “Семья”) милли проекты балалы ғаиләләргә ярҙам, репродуктив сәләмәтлекте хәстәрләү, ғаилә ҡиммәттәрен нығытыу бурыстарын иңенә ала.

“Йәштәр һәм балалар” (нацпроект “Молодежь и дети”) милли проекты белемде арттырыуға, профессиональ яҡтан үҫеүгә һәм йәштәрҙе ил киләсәген төҙөүҙә әүҙем йәлеп итеүгә  йүнәлтелгән. Милли проекттың төп йүнәлештәренең береһе “Профессионалитет”  программаһы урта профессиональ белем биреү системаһын яңыртыуға, уны баҙар шарттары ихтыяжына яраҡлаштырыуға  ҡоролған.

Хеҙмәткә урынлашыу өсөн дә мөмкинлектәр арта. “Кадрҙар” (нацпроект “Кадры”) милли проектына ярашлы мәшғүллек үҙәктәрен яңыртыу эше дауам итә. “Тормош өсөн инфраструктура” милли проекты (нацпроект “Инфраструктура для жизни”) кешеләрҙең тормош шарттарын яҡшыртыу буйынса  сараларҙы тормошҡа ашыра.

2025 йылдың тәүге көнөнән тормоштоң бөтә өлкәләренә – иҡтисадтан алып экологияға тиклем ҡағылған, 2030 йылға тиклем иҫәпләнгән 19 милли проект старт алды.

Беҙгә милли проекттар ни өсөн кәрәк? Уларҙың мөһимлеге бәхәсһеҙ, сөнки улар дәүләттең өҫтөнлөклө тармаҡтарҙы яңы кимәлгә сығарырлыҡ социаль-иҡтисади үҫеш ҡоралы буласаҡ. Милли проект тураһында һүҙ сыҡҡанда дөйөм милли әһәмиәткә эйә һәм ҙур күләмдә дәүләт средстволары һалыуҙы талап иткән, барыбыҙҙың тормош сифатын яҡшыртырға бурыслы комплекслы программаларҙы күҙ уңында тотабыҙ.

Рәсәй Президенты Владимир Путин ҡарары буйынса яңы милли проекттар 2025 йылдың 1 ғинуарынан тормошҡа ашырыла.

 

Фото: "Башҡортостан" дәүләт телерадиокомпанияһы сайты. 

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас