

Элемтә операторы менән төбәктең Һанлы үҫеш министрлығы хеҙмәттәшлеге һөҙөмтәһендә Башҡортостандың туғыҙ районында ауыл халҡы операторҙың тауыш элемтәһенә һәм мобиль интернетына инеү мөмкинлегенә эйә булды.
Интернет селтәренә инеү һәм элемтә менән тәьмин итеү буйынса саралар “Мәғлүмәттәр иҡтисады” милли проектының (национальный проект “Экономика данных”) маҡсаттарына тап килә, тип хәбәр иттеләр республика Дәүләт идаралығының һанлы үҫеш министрлығынан.
Бөтәһе 12 тораҡ пункт “Һанлы тигеҙһеҙлекте бөтөрөү” проекты сиктәрендә элемтә һәм мобиль интернет менән тәьмин ителгән.
– Һанлы тигеҙһеҙлекте бөтөрөү проекты - бәләкәй тораҡ пункттарҙа йәшәүселәрҙе сифатлы бәйләнешкә һәм интернетҡа инеү менән тәьмин итеү буйынса мөһим проекттарҙың береһе. Беҙ элемтә операторҙарының был мөһим башланғысты тормошҡа ашырыуҙа әүҙем ҡатнашыуын билдәләйбеҙ, – тип белдерҙе Башҡортостан дәүләт идаралығының һанлы үҫеш министры Геннадий Разумикин.
Дөйөм алғанда, өс меңдән ашыу кеше йәшәгән бәләкәй тораҡ пункттар Әбйәлил, Бәләбәй, Благовещен, Борай, Ҡалтасы, Мәсетле, Мишкә, Учалы һәм Шаран райондарында урынлашҡан.
Бәйләнеш төбәктең ял итеүселәр араһында популяр булған матур урындары ла бар. Эштән һуң урындағы халыҡ һәм сит ил кешеләре видеоны юғары сифатта ҡарай, ҙур файлдарҙы мессенджерҙарға ебәрә һәм кәрәк булғанда ситтән тороп эшләй ала.
Рәмилә Мусина фотоһы.