Эшҡыуар тауҙар араһында ял базаһы төҙөй

Башҡортостандағы ял базаһы дәүләт ярҙамы арҡаһында заманса инфраструктура булдырҙы.

Эшҡыуар тауҙар араһында ял базаһы төҙөйЭшҡыуар тауҙар араһында ял базаһы төҙөй
Эшҡыуар тауҙар араһында ял базаһы төҙөй

Эшҡыуар Евгений Моисеев Белорет районының Отнурок ауылында туристик проект – “Горы” ял базаһын үҫтерә. Башҡортостан микрокредит компанияһынан 2,4 миллион һумлыҡ ташламалы займ ярҙамында базала ғаилә һәм әүҙем ял итеү өсөн заманса инфраструктура булдырыласаҡ: балалар һәм спорт майҙансыҡтары барлыҡҡа киләсәк, ә ҡунаҡтар квадроцикл һәм велосипедтарҙы ҡуртымға ала аласаҡ. “Һөҙөмтәле һәм конкурентлы иҡтисад” милли проекты (национальный проект “Эффективная и конкурентная экономика”) сиктәрендә ярҙам күрһәтелде, тип хәбәр иттеләр республиканың Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығынан.

– “Тау  ял базаһы тарихы — ваҡытында финанс ярҙамы менән нығытылған эшҡыуарлыҡ башланғысының Башҡортостан картаһында яңы йәлеп итеү нөктәләрен булдырырға һәм туризмды үҫтерергә мөмкинлек биреүенә миҫал ул, – тип билдәләне Башҡортостандың эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Светлана Верещагина.

Ял базаһын төҙөү 2024 йылда башлана, ә декабрҙә ул тәүге ҡунаҡтарҙы ҡабул итә. Проектҡа инвестицияларҙың дөйөм күләме 20 миллион һум тәшкил итә, уларҙың бер өлөшө туризмды үҫтереүгә федераль грант сиктәрендә йәлеп ителә.

Бөгөн проект командаһы бөтә Рәсәйҙән һәм сит илдәрҙән туристарҙы йәлеп итеү өҫтөндә эшләй. 2026 йылға килемде уҙған йыл менән сағыштырғанда ике тапҡырға арттырыу планлаштырыла, был проекттың ҙур ихтыяжға эйә икәнлеген күрһәтә.

 

Рәмилә Мусина фотолары.

Эшҡыуар тауҙар араһында ял базаһы төҙөй
Эшҡыуар тауҙар араһында ял базаһы төҙөй
Эшҡыуар тауҙар араһында ял базаһы төҙөй
Эшҡыуар тауҙар араһында ял базаһы төҙөй
Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас