

Бөгөн иртәнсәк Өфө янында, М-12 “Көнсығыш” юлының бишенсе километрында, 30 йәшлек егет идара иткән “Хендай Акцент” автомобиле “Митсубиси Аутлендер” менән бәрелешә. Икенсе автомобилдең рулендә 46 йәшлек ир була. Бәрелештән һуң “Хендай Акцент” ҡаршы һыҙатҡа сыға һәм “Шкода Йети” автомобиленә бәрелә. Уның рулендә 40 йәшлек ир булған.
Юл-транспорт ваҡиғаһы һөҙөмтәһендә “Хендай Акцент” автомобилендәге 20 йәшлек пассажир ашығыс медицина ярҙамы килгәнгә тиклем үк урында вафат була. Шул уҡ машинаның водителе һәм тағы бер пассажиры дауаханаға оҙатыла. Юл-транспорт ваҡиғаһында ҡатнашыусыларҙың ҡалғандары зыян күрмәгән.
Фото: БР Дәүләт инспекцияһынан.