

Евразия ғилми-белем биреү үҙәгенең вуз-ара студенттар кампусы резиденты – Өфө дәүләт нефть техник университеты «Креатив индустрия кластары» мәғариф проектының беренсе йылына йомғаҡ яһаны. Ул Башҡортостанда 2025 йылдың көҙөндә «Йәштәр һәм балалар» милли проекты сиктәрендә башланды, тип хәбәр иттеләр республиканың Мәғариф министрлығынан.
Проектта республиканың 100-ҙән ашыу уҡыусыһы ҡатнашҡан. Бер йыл эсендә йәштәр креатив иҡтисадтың төрлө йүнәлештәре менән танышҡан, теоретик белем алған һәм үҙҙәренең проекттарын әҙерләп ҡараған.
«Туризм һәм ҡунаҡсыллыҡ» курсында улар экскурсия эшмәкәрлеге нигеҙҙәрен үҙләштергән, туристик маршруттар әҙерләгән, аудитория менән эшләргә һәм авторлыҡ экскурсия программаларын әҙерләргә өйрәнгән.
«Компьютер графикаһы һәм медиадизайн» йүнәлешендә ҡатнашыусылар заманса график мөхәррирҙәрҙе, визуаль коммуникацияларҙың нигеҙҙәрен, дизайн-фекерләүҙе, һанлы контент һәм 3D-модель элементтарын эшләүҙе үҙләштергән.
Тағы ла бер йүнәлеш – «Креатив мода һәм биҙәү-ҡулланма сәнғәте». Бында уҡыусылар костюм тарихын, художестволы техникаларҙы, изделиеларҙы проектлау нигеҙҙәрен һәм ижад аша мәҙәни мираҫты һаҡлауға заманса алымдарҙы өйрәнгән.
Программа ике йылға иҫәпләнгән. Тәүге ағымға Ҡ. Дәүләткилдеев исемендәге Республика һынлы сәнғәт гимназия-интернаты, Өфөнөң 126-сы мәктәбе, М. А. Ферин исемендәге 60-сы лицей, шулай уҡ Бөрө ҡалаһы лицейы уҡыусылары ингән.
Беренсе йыл аҙағында уҡыусыларҙың дәрестә әҙерләгән иң яҡшы проекттары менән таныштырыу сараһы үткән. Шулай уҡ уҡыусыларҙың биҙәү-ҡулланма сәнғәте буйынса эштәре күргәҙмәһе һәм компьютер дизайны, медиатехнологиялар буйынса проекттарҙың презентацияһы ойошторолған.
Яңыртылған милли проекттар ил Президенты В.В. путиндың Указына ярашлы, 2025 йылдан тормошҡа ашырыла.
Айрат Нурмөхәмәтов фотоһы.