

Салауат ҡалаһының балалар сәнғәт мәктәбендә компьютер графикаһы кабинетын йыһазландырҙылар. Ҡорамалдар “Ғаилә” милли проекты (национальный проект “Семья”) буйынса килтерелде, тип хәбәр иттеләр ҡала округы хакимиәтенән.
Кабинет өсөн 12 яңы ноутбук һәм ЖК-телевизор һатып алына. Яңы техниканы “Архитектура проектлауы”, “Компьютер анимацияһы” һәм “Компьютер графикаһы” предметтары буйынса дәрестәрҙә ҡулланасаҡтар. Уҡыусылар программаларҙы үҙләштереү генә түгел, ә архитектура макеттарынан алып ҡыҫҡа анимация роликтарына тиклем ысын проекттар булдыра ала.
– 12 яңы ноутбук – ул етди яңыртыу. Балалар рәхәтләнеп эшләй һәм проектты тамамлау өсөн үҙҙәре дәрестәрҙән һуң ҡала. Архитектура – ҡәләм һәм ҡағыҙ ғына түгел. Бөгөн был креатив индустриялар, һәм беҙ балаларға заманса ҡорамалдар бирергә бурыслы, - тип билдәләне балалар сәнғәт мәктәбе директоры Гүзәл Ситдиҡова.
“Ғаилә”милли проекты ата-әсәләргә һәм балаларға ярҙам итеү өсөн ғәмәлдәге сараларҙы берләштерә: әсәлек капиталы түләнә, икенсе, өсөнсө һәм артабанғы сабыйҙар тыуыу өсөн өҫтәмә стимулдар булдырыла. Бөтә ил буйынса әүҙем оҙон ғүмерлелек практикаһы тормошҡа ашырыла. 14-22 йәшлек йәштәргә музейҙарға, театрҙарға, кинозалдарға һәм башҡа мәҙәниәт учреждениеларына бушлай йөрөргә мөмкинлек биргән “Пушкин картаһы” программаһы ғәмәлдә. Яңыртылған милли проекттар РФ Президенты Владимир Путин ҡарары буйынса 2025 йылдан тормошҡа ашырыла.
Фото: "Башҡортостан" ДТРК-һы.