

Межгорье ҡалаһында, “Тормош өсөн инфраструктура” (нацпроект “Инфраструктура для жизни”) милли проектына ярашлы, спорт мәктәбе эргәһендәге биләмә заман талаптарына ярашлы төҙөкләндерелә. Былтыр Бөтә Рәсәй онлайн рәүешендәге тауыш биреү һөҙөмтәләре буйынса Тәүге юл ярыусылар скверына яҡын биләмәне төҙөкләндереүҙе тамамлау этабы проекты еңеп сыҡты.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, 2025 йылда бында волейбол һәм мини-футбол өсөн яһалма үлән универсаль ялан, йүгерешеү юлы төҙөкләндерелгәйне. Шулай уҡ биләмәне яҡтыртыу буйынса эштәр башҡарылды. Тәүге юл ярыусылар скверын һәм уның эргәһендәге биләмәне төҙөкләндереүҙе тамамлау буйынса сараларға ярашлы, спорт зонаһын, бәләкәй архитектура формаларын урынлаштырыу, видеокүҙәтеүҙе монтажлау буйынса эштәр башҡарыласаҡ, туҡталҡа урындары булдырыласаҡ.
“Тормош өсөн инфраструктура” милли проекты торлаҡ фондының кәм тигәндә 20 процентын яңыртыуҙы, тәүге баҙарҙа унан файҙаланыу мөмкинлеген арттырыуҙы, авария хәлендәге йорттарҙан халыҡты күсереүҙе һәм коммуналь селтәрҙәрҙе яңыртыуҙы бурыс итеп ҡуя. Ошо милли проектҡа ярашлы булдырылған “Коммуналь инфраструктураны яңыртыу” федераль проекты 20 миллиондан ашыу кеше өсөн 2030 йылға тиклем торлаҡ-коммуналь хужалыҡ хеҙмәттәре сифатын яҡшыртырға мөмкинлек бирәсәк.
“Тормош өсөн инфраструктура” милли проекты киң ҡоласлы, ул 12 федераль проектты үҙ эсенә алған. Һис һүҙһеҙ, уңайлы ҡала мөхитен булдырыу буйынса эш өҙлөкһөҙ дауам итәсәк: 30 меңдән ашыу йәмәғәт биләмәһен төҙөкләндереү планлаштырыла һәм бәләкәй ҡалаларҙың еңеү яулаған 1600 проекты ла был эштә ҡатнашасаҡ.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, яңыртылған милли проекттар Рәсәй Президенты Владимир Путин ҡарары буйынса 2025 йылдың 1 ғинуарынан тормошҡа ашырыла.
Фото:”Башҡортостан” дәүләт телерадиокомпанияһы.