Һәр ҡорамал – сәләмәтлекте һаҡлауҙа ҙур мөмкинлек

"Беҙҙең фельдшерҙар  хәҙер бер ваҡытта булмағанса яҡшы “ҡоралланды”, – тип билдәләне дауахананың баш табибы Алмас Заһиҙуллин.

Һәр ҡорамал – сәләмәтлекте һаҡлауҙа ҙур мөмкинлекҺәр ҡорамал – сәләмәтлекте һаҡлауҙа ҙур мөмкинлек
Һәр ҡорамал – сәләмәтлекте һаҡлауҙа ҙур мөмкинлек

Языков үҙәк район дауаханаһына, “Ғаилә” милли проектына ярашлы, заманса медицина ҡорамалдары алынды.

Улар араһында – акушерлыҡ һәм кисектергеһеҙ ярҙам күрһәтеү өсөн  комплекттар, реанимация өсөн ҡорамал, процедура өҫтәлдәре, йоғошһоҙландырыу саралары өсөн контейнерҙар, термометрҙар, гигрометрҙар, шулай уҡ  офтальмология ауырыуҙарын  иртә стадияла асыҡлаусы диагностик инструменттар.

“Ҡорамалдарҙың һәр береһе кемдеңдер һаулығын һаҡлау йәки ғүмерен ҡотҡарып ҡалыуҙа ҙур мөмкинлек, айырыуса  медицина ярҙамы бик тиҙ талап ителгәндә. Беҙҙең фельдшерҙар  хәҙер бер ваҡытта булмағанса яҡшы “ҡоралланды”. Был техника һатып алыу ғына түгел,  ә ауыл кешеләренең сәләмәтлеген һаҡлауҙы нығытыу”, – тип билдәләне дауахананың баш табибы Алмас Заһиҙуллин.

Илгә ҡағылған тәрән демографик көрсөк шарттарында ғаилә һәм тыуымды яҡлау мөһим йүнәлеш булырға тейеш. Социаль өлкәләге иң эре, киң күләмле “Ғаилә” милли проекты (нацпроект “Семья”), бала тәрбиәләгән һәм күп балалы ғаиләләргә етди иғтибарын төбәп, 2030 йылға тиклем уларҙы яҡлауға 17 триллион һум аҡса йүнәлтеүҙе күҙ уңында тота. Йыл һайын 1,7 миллион ғаилә ошо милли проект буйынса әсәлек капиталынан файҙаланасаҡ. Шулай уҡ һәр кем ҡуллана алырлыҡ, сифатлы инфраструктура булдырыу, айырыуса ауыл ерендә медицина ярҙамын яҡшыртыу, ҡатын-ҡыҙҙар консультацияларын булдырыу, балалар поликлиникаларын йыһазландырыу, балалар баҡсаларын төҙөү ҙә дауам итәсәк. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, яңыртылған милли проекттар Рәсәй Президенты Владимир Путин ҡарары буйынса 2025 йылдың 1 ғинуарынан тормошҡа ашырыла.

 Фото: ”Башҡортостан” дәүләт телерадиокомпанияһы.

 

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас