

Ауырғазы районында “Тормош өсөн инфраструктура” милли проекты (национальный проект “Инфраструктура для жизни”) ярҙамында Талбазы — Семенкин юлында асфальт яңыртылды, тип хәбәр иттеләр республиканың транспорт министрлығынан.
Семенкин ауылы аша үткән 1,5 килоетр оҙонлоҡтағы участкала иҫке япманы ҡырыу, тигеҙләү ҡатламын төҙөкләндереү һәм яңы асфальт-бетон япма һалыу эштәре башҡарылған. Подряд ойошмаһына юл ситтәрен нығытыу һәм билдәләр ҡуйыу ғына ҡала.
– Юлдың оҙонлоғо ҙур түгел – ни бары 31,6 километр. Әммә был йүнәлеш Ауырғазы һәм Стәрлетамаҡ райондары халҡына транспорт бәйләнешен тәьмин итә. Был юлдан улар Ауырғазы районының административ үҙәге Талбазы ауылына тиклем барып етә ала. Шулай уҡ бында йәмәғәт транспорты йөрөй. Шуға күрә был юлды норматив хәлгә килтереү мөһим ине, – тип һөйләне Башҡортостандың транспорт һәм юл хужалығы министры Любовь Минакова.
Бөтә эштәрҙе 2026 йылдың аҙағына тиклем тамамлау планлаштырыла.
2026 йылда “Тормош өсөн инфраструктура” милли проекты сиктәрендә Башҡортостанда 200 километр самаһы юлды һәм дөйөм оҙонлоғо 1,9 мең погон метр булған 15 күперҙе норматив хәлгә килтереү күҙаллана. Яңыртылған милли проекттар Рәсәй Президенты Владимир Путиндың 2025 йылғы указдары буйынса тормошҡа ашырыла.
Фото: "Башҡортостан" ДТРК-һы.