Дүрт меңләп кеше яңы һөнәргә уҡый ала

“Работа России” берҙәм һанлы платформаһында Башҡортостанда йәшәүселәргә 130-ҙан ашыу белем биреү программаһы ҡаралған.

Дүрт меңләп кеше яңы һөнәргә уҡый алаДүрт меңләп кеше яңы һөнәргә уҡый ала
Дүрт меңләп кеше яңы һөнәргә уҡый ала

БР Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы хәбәр итеүенсә, республиканың дүрт меңләп кешеһе “Кадрҙар” милли проекты (национальный проект “Кадры”) буйынса яңы һөнәрҙәргә уҡый ала.

– Былтыр өс меңдән ашыу кеше яңы һөнәр буйынса күнекмәләр алды. Механизм дәүләт менән бизнестың үҙ-ара һөҙөмтәле эш итеүенең сағыу миҫалы булып тора. Эш биреүселәр аныҡ компетенцияларға ихтыяждарын белдерә, һәм беҙ кадрҙарҙы ошо вакансияларға әҙерләйбеҙ. Бындай модель, компанияларҙың ресурстарын һаҡлауҙан тыш, республика халҡына ла тотороҡло килем килтергән һөнәр бирә, – – тип асыҡлай Башҡортостандың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ольга Кабанова.

“Работа России” берҙәм һанлы платформаһында Башҡортостанда йәшәүселәргә 130-ҙан ашыу белем биреү программаһы ҡаралған. Улар төрлө дәғүәселәргә: 35 йәшкә тиклемге йәштәргә, пенсия алды йәшендәге кешеләргә, декрет ялындағы әсәләргә, 7 йәшкә тиклемге балалары булған яңғыҙ әсәләргә, 50 йәштән өлкәндәргә, инвалидлығы булғандарға, МХО ветерандары һәм уларҙың ғаилә ағзаларына йүнәлтелгән.

Яңыртылған милли проекттар, РФ Президенты В. В. Путин ҡарары буйынса, былтырҙан тормошҡа ашырыла.

Мәғлүмәт, фото: mintrud.bashkortostan.ru/presscenter/news/822705/

Беҙҙең гәзиттең МАХ-тағы каналына ҡушылығыҙ, дуҫтар: https://max.ru/gazetabashkortostan

Автор:Равиля Гатауллина
Читайте нас