

Дыуан районының Мәсәғүт үҙәк район дауаханаһына заманса һауыҡтырыу-тергеҙеү комплексы алынды. Был эш “Оҙайлы һәм әүҙем тормош” милли проекты (национальный проект “Продолжительная и активная жизнь”) бурыстарына ярашлы атҡарылды, тип хәбәр иттеләр республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан.
Комплекс терәк-хәрәкәт аппараты, аяҡ-ҡул сирҙәрен дауалауға, тергеҙеүгә, һынды контролләүгә, тигеҙлекте тотоу һәләтен яҡшыртыуға, етеҙлекте үҫтереүгә тәғәйенләнгән. Ул янбаш өлөшө өсөн күнекмәләр үткәреү мөмкинлеген дә бирә. Комплекс – хәрәкәт әүҙемлегенә йоғонто яһаған төрлө ауырыуҙарҙан, йәрәхәттәрҙән, операцияларҙан һуң медицина реабилитацияһы үткәндәргә өҫтәмә ярҙам.
“Оҙайлы һәм әүҙем тормош” милли проектының төп маҡсаты – граждандарҙың оҙаҡ йәшәүенә булышлыҡ итеү. 2030 йылға уны – 78, 2036 йылға 81 йәшкә тиклем еткереү планлаштырылған. Милли проект ярҙамында медицина учреждениелары яңыртыла, реабилитация системаһы камиллаштырыла, милли тикшеренеү үҙәктәре селтәре үҫтерелә, һаулыҡ һаҡлауҙы һанлаштырыу буйынса эш бара.
Билдәле булыуынса, яңыртылған милли проекттар, Рәсәй Президенты Владимир Путиндың ҡарарына ярашлы, 2025 йылдан алып бойомға ашырыла.
Фото: “Башинформ”.
Беҙҙең МАХ-тағы каналға ҡушылығыҙ: https://max.ru/gazetabashkortostan