

Республиканың алдынғы һөнәри әҙерлек үҙәгендә “СПО медиа лабораторияһы” көндөҙгө белем биреү интенсивы үтте. Сара “Халыҡтар атласы: Башҡортостан – күптәрҙең Тыуған иле” проекты сиктәрендә “Беренселәр” хәрәкәте һәм “Йәштәр һәм балалар” милли проекты (национальный проект “Молодёжь и дети”) ярҙамында тормошҡа ашырылды, тип хәбәр иттеләр республиканың Мәғариф министрлығынан.
Унда республиканың 15-20 йәштәрҙәге 200-ҙән ашыу колледж һәм техникум студенттары ҡатнашты.
Интенсив программа заманса медиасфераның структураһы һәм йүнәлештәре тураһында инеш лекцияны үҙ эсенә ала, унан һуң ҡатнашыусылар “Үҙдиагностика “Минең медиапрофиль” блогын үтте.
Был блок сиктәрендә студенттар медиапроизводствола дүрт төп роль менән танышты. Ротация форматы арҡылы һәр студент эҙмә-эҙлекле рәүештә бөтә дүрт йүнәлеште һынап ҡараны һәм медиасферала үҙенең йүнәлешен билдәләне.
Һуңғы этап булып “Медиаүҙәк” эшлекле уйыны торҙо, уның барышында ҡатнашыусылар медиакоманданың продукт стратегияһы өҫтөндә эшен моделдәштерҙе, ул иһә бриф һәм заказсы менән үҙ-ара эш итеүҙе, үҙгәреүсән шарттарға яраҡлашыуҙы һәм эшләнгән ҡарарҙы йәмәғәтселек алдында яҡлауҙы үҙ эсенә алды.
Өс көн йомғаҡтары буйынса студенттар остаздары етәкселегендә Башҡортостан халыҡтарының мәҙәниәте, тарихы һәм телдәре тураһында буласаҡ медиапродукттар – видеороликтар, подкастар, фоторепортаждар проекттарын әҙерләне, улар артабан “Башҡортостан халыҡтары атласы”на инәсәк.
Яңыртылған милли проекттар Рәсәй Президенты Владимир Путин ҡарары буйынса 2025 йылдан тормошҡа ашырыла.
Фото: БР Мәғариф министрлығының матбуғат хеҙмәте.
Беҙҙең МАХ каналына ҡушылығыҙ: max.ru/gazetabash...