Яңыртылған мәктәптә белем аласаҡтар

Оҙаҡламай подрядсы мәктәп биләмәһен төҙөкләндереү эштәренә тотонасаҡ.  

Яңыртылған мәктәптә белем аласаҡтарЯңыртылған мәктәптә белем аласаҡтар
Яңыртылған мәктәптә белем аласаҡтар

Советтар Союзы Геройы С.А. Михляев исемендәге Дыуан урта мәктәбе филиалында капиталь ремонт эштәре дауам итә. Учреждение “Йәштәр һәм балалар” милли проектына ярашлы яңыртыла.

 Бинаның стеналарын шымартып, иҙәнде яңыртҡандар, видеокүҙәтеү, йылытыу  системалары урынлаштырылған, яңы ишектәр ҡуйылған. Әле туҡланыу блогы стеналарын плитә менән көпләү, фасадтың тышҡы стеналарын йылытыу эштәре бара. Оҙаҡламай подрядсы мәктәп биләмәһен төҙөкләндереү эштәренә тотонасаҡ.

Йәштәр һәм балалар” милли проекты (нацпроект “Молодежь и дети”) йәш быуынға үҙенең эске мөмкинлектәрең бойомға ашырыу өсөн шарттар тыуҙырыуға арналған. Мәктәптәр төҙөү һәм ремонтлау, педагогия университеттарын яңыртыу, белем биреү-производство үҙәктәрен һәм профессиональ әҙерлек кластерҙарын, инженер мәктәптәрен, донъя кимәлендәге кампустар селтәрен формалаштырыу – уның төп маҡсаты. Йәш быуында илһөйәрлек, яуаплылыҡ, әхлаҡи ҡиммәттәр тәрбиәләүгә айырыуса ҙур иғтибар биреләсәк. Проект 14 йәштән 35 йәшкә тиклемге йәштәрҙең һәләттәрен үҫтереү өсөн мөмкинлектәр тыуҙырыуҙы күҙ уңында тота.

Яңы милли проект былтыр тамамланған “Мәғариф” проектының логик дауамы булыуҙан тыш, йәштәр сәйәсәтендә өр-яңы аҙым яһаясаҡ. Рәсәй Президенты Владимир Путин ҡарары буйынса яңы милли проект 2025 йылдың 1 ғинуарынан тормошҡа ашырыла.

 

Фото: “Башҡортостан” дәүләт телерадиокомпанияһы.

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас