

Благовещен “Туризм һәм ҡунаҡсыллыҡ” милли проекты (национальный проект “Туризм и гостеприимство”) сиктәрендә ҡаланың туристик үҙәген төҙөкләндереү өсөн субсидия биреүгә конкурс һайлап алыуҙа еңеүсе булды, тип хәбәр иттеләр республиканың Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығынан.
"Благовещен — урын иҫтәлеге” проекты федераль һәм республика бюджеттарынан 25 миллион һум аласаҡ.
– Благовещен – бай тарихлы һәм етди туристик потенциалы булған республика ҡалаларының береһе. Быйыл ҡала үҙенең 270 йыллығын билдәләй. Конкурста еңеү үҙәкте төҙөкләндереү генә түгел, ә берҙәм, уйланылған ҡиәфәт булдырыу мөмкинлеген бирә, ул унда йәшәүселәргә лә, ҡунаҡтарға ла ҡыҙыҡлы буласаҡ. Заманса һәм уңайлы мөхит булдырып, ҡала туристар өсөн йәлеп итеүсән була, ә бынан урындағы бизнес та файҙалана: кафелар, ҡунаҡханалар, экскурсоводтар, сувенир продукцияһы етештереүселәр, — тип билдәләне Башҡортостандың эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Светлана Верещагина.
Проектта туристик навигация, арт-объекттар ҡуйыу, фотозоналарҙы төҙөкләндереү, шулай уҡ биналарҙың фасадтарын архитектура яҡтыртыу ҡаралған. Бюджеттан тыш средстволар иҫәбенә “Машиналар эшләүселәр” паркындағы стадион төҙөкләндереләсәк. Бөтә саралар ҙа ҡалаға барыу шарттарын яҡшыртыуға һәм өҫтәмә туристик ағым йәлеп итеүгә йүнәлтелгән.
Яңыртылған милли проекттар Рәсәй Президенты Владимир Путиндың 2025 йылдағы указына ярашлы тормошҡа ашырыла.
Фото: Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығы.