

Башҡортостандың микро һәм бәләкәй предприятиелары “Яһалма зиһен үҫеше” конкурсында ҡатнашыуға ғариза бирә ала. Сара Рәсәй Президенты Владимир Путиндың ҡарарына ярашлы булдырылған “Мәғлүмәт иҡтисады һәм дәүләтте һанлы трансформациялау” милли проектына (национальный проект “Экономика данных и цифровая трансформация государства”) ярашлы ойошторола, тип хәбәр иттеләр Башҡортостан дәүләт идаралығының һанлы үҫеш министрлығынан.
– Нейроселтәрҙәр һуңғы йылдарҙа йылдам алға бара. Бизнестың үҙ процестарында яһалма зиһен технологияларын ҡулланыуға ҡыҙыҡһыныуы арта барыуын, уларҙың үҙҙәренең дә был йәһәттән шәхси эшләнмәләргә тотоноуын күрәбеҙ. Республикабыҙ ошондай башланғыстарға ярҙам итә, – ти Башҡортостан дәүләт идаралығының һанлы үҫеш министры Геннадий Разумикин.
Конкурсҡа ярашлы, юғары технологиялы продукция һатыу тәжрибәһе булған бәләкәй предприятиеларға яһалма зиһенде ҡулланып өҫтәмә эштәр үткәреүҙә ярҙам күрһәтелә.
Ошондай йүнәлештәрҙең береһенә тура килгән проекттар конкурста ҡатнаша ала: ғәмәли бурыстар өсөн яһалма зиһендең нигеҙле тел һәм мультимодаль моделдәре, компьютерҙың күреүе, таныуы һәм телмәр синтезы, ҡарарҙарҙы ҡабул итеүгә ярҙамдың интеллектуаль системаһы, зиһенде автоматлаштырыу, физик әүҙемлек өсөн яһалма зиһендең заманса алымдары.
Еңгән осраҡта, предприятие, кире ҡайтармау шартында, 30 миллион һумға тиклем грант аласаҡ.
Фото: gtrkrb.ru