Ғаилә порталында ойошманың 991 ташлама тәҡдимдәре урынлаштырылған

Ғаилә порталы ярҙам саралары һәм ғаиләләр өсөн махсус тәҡдимдәр буйынса уңайлы навигатор булараҡ булдырылды.

Ғаилә порталында ойошманың 991 ташлама тәҡдимдәре урынлаштырылғанҒаилә порталында ойошманың 991 ташлама тәҡдимдәре урынлаштырылған
Ғаилә порталында ойошманың 991 ташлама тәҡдимдәре урынлаштырылған

“Ғаилә” милли проекты (национальный проект “Семья”) сиктәрендә Башҡортостанда балалы ғаиләләр өсөн махсус тәҡдимдәрҙе берләштергән Ғаилә порталын үҫтереү дауам итә, тип хәбәр иттеләр республиканың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығынан.

Бөгөн платформала төбәктең 991 ойошмаһынан ташламалар һәм ташламалы шарттар тәҡдим ителгән. Проект ғаиләләргә ярҙам итеүгә, ғаилә ҡиммәттәрен нығытыуға һәм ата-әсәләрҙең һәм балаларҙың уртаҡ ялы өсөн өҫтәмә мөмкинлектәр булдырыуға йүнәлтелгән. Портал ярҙамында ғаиләләр һатып алыуҙарҙы, ял итеүҙе, мәҙәни һәм күңел асыу сараларына йөрөүҙе, шулай уҡ спорт һәм өҫтәмә белем биреү менән шөғөлләнеүҙе арзанайта ала.

Ғаилә порталында балалы ғаиләләр, күп балалы ғаиләләр, шулай уҡ махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар һәм уларҙың ғаилә ағзалары өсөн тәҡдимдәр урынлаштырылған. Ташламалар күләме 5-100 процент тәшкил итә.

Проекттың партнерҙары араһында кейем һәм аяҡ кейеме магазиндары, мебель һәм аҙыҡ-түлек магазиндары, музейҙар, күңел асыу парктары, уйын бүлмәләре, спорт һәм белем биреү үҙәктәре, шулай уҡ хеҙмәтләндереү өлкәһе ойошмалары бар. Ҡулланыусыларға уңайлы булһын өсөн порталда интерактив ташламалар картаһы эшләй. Ул категориялар буйынса ла, муниципалитеттар буйынса ла тәҡдимдәр эҙләргә мөмкинлек бирә, йорт эргәһендәге иң уңайлы варианттарҙы һайлай.

– Ғаилә порталы ярҙам саралары һәм ғаиләләр өсөн махсус тәҡдимдәр буйынса уңайлы навигатор булараҡ булдырылды. Бөгөн проектҡа меңгә яҡын ойошма ҡушылған да инде. Тимәк, ата-әсәләрҙең балалар менән бергә ял итеү, мәҙәни һәм спорт сараларына йөрөү, ғаилә һатып алыуҙары һәм ғаилә бюджеты аҡсаһын һаҡлау өсөн мөмкинлектәре арта, – тип билдәләне “Ғаилә” республика ресурс үҙәге директоры вазифаһын башҡарыусы Ангелина Девятерикова.

 

Айрат Нурмөхмәтәов фотоһы (архивтан).

Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас