

2026 йылдың тәүге биш айында шәхси эшҡыуарҙар һәм ойошмалар тарафынан “Эшҡыуарлыҡ сәғәте”ндә ҡатнашыу өсөн Башҡортостандың Инвестиция порталындағы махсус сервис аша 331 ғариза бирелгән. Бизнес өсөн электрон сервистарҙы үҫтереү “Мәғлүмәт иҡтисады һәм дәүләтте һанлы трансформациялау” милли проектын (национальный проект “Экономика данных и цифровая трансформация государства”) тормошҡа ашырыуҙа мөһим элемент булып тора.
Был эштә айырыуса Дүртөйлө, Благовещен, Учалы райондарының бизнес берләшмәләре әүҙемлек күрһәтә. “Йүнселдәрҙең төбәк Инвестиция порталы электрон сервистарын ҡулланыуға ҡыҙыҡһыныуы арта, – ти Башҡортостан дәүләт идаралығың һанлы үҫеш министры Геннадий Разумикин. – Мәҫәлән, былтырғы ошо ваҡыт менән сағыштырғанда, бизнес шәрифтәр менән осрашыуға электрон ғариза яҙыусылар 74 проценттан ашыуға артҡан. Беҙ, бизнесҡа уңайлы булһын өсөн, онлайн сервистарҙы үҫтереүҙе дауам итәбеҙ.
Эшҡыуарҙарҙың портал аша ебәргән ғаризалары райондың йәки ҡаланың бизнес шәрифенә килә. Уны анализлағас, йүнселде муниципалитетта “Эшҡыуарлыҡ сәғәте” тәртибендә ойошторолған осрашыуға саҡыралар. Һөйләшеүҙә тәҡдим ителгән бизнес-идея төрлө яҡлап өйрәнелә, хәл итәһе мәсьәләләр аныҡ тикшерелә.
Билдәле булыуынса, яңыртылған милли проекттар, Рәсәй Президенты Владимир Путиндың ҡарарына ярашлы, 2025 йыл башынан тормошҡа ашырыла.
Фото: Башҡортостан Республикаһының Инвестиция порталы.