Эшҡыуар кондитер цехын үҫтереүгә ташламалы микрозайм алды

Сибай ҡалаһынан шәхси эшҡыуар Савелий Иванов кондитер цехын уңышлы үҫтерә.

Эшҡыуар кондитер цехын үҫтереүгә ташламалы микрозайм алдыЭшҡыуар кондитер цехын үҫтереүгә ташламалы микрозайм алды
Эшҡыуар кондитер цехын үҫтереүгә ташламалы микрозайм алды

Сибай ҡалаһынан шәхси эшҡыуар Савелий Иванов “Le Biscuit” кондитер цехын уңышлы үҫтерә. Башҡортостан микрокредит компанияһында рәсмиләштерелгән ике миллион һум күләмендәге ташламалы микрозайм цехтың өҙлөкһөҙ эшләүен тәьмин итеү өсөн кәрәкле әйләнештәге сараларҙы тиҙ арала тулыландырырға булышлыҡ итте. Һөҙөмтәле һәм конкурентлы иҡтисад” милли проекты (национальный проект “Эффективная и конкурентная экономика”) сиктәрендә ярҙам күрһәтелде, тип хәбәр иттеләр республиканың Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығынан.

– Республика эшҡыуарҙарына проекттарын тормошҡа ашырыу өсөн төрлө инструменттар, шул иҫәптән микрокредит ярҙамы тәҡдим итә алыуыбыҙға шатбыҙ. Республика Хөкүмәте төбәктә эшҡыуарлыҡты башлау һәм алып барыу өсөн уңайлы шарттар булдырыу өсөн күп көс һала, – тип билдәләне Башҡортостандың эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Светлана Верещагина.

Ивановтар ғаилә бизнесын 15 йылдан ашыу алып бара. Савелий үҙе икенсе быуын ашнаҡсыһы, кондитер эшенә ҡыҙыҡһыныуын бала саҡтан уҡ күрһәтә, был ата-әсәһен уға эшмәкәрлеккә идара итеүҙе тапшырырға этәрә.

– Мин киләсәккә ышаныс менән ҡарайым һәм үҙ алдыма бизнесты һаҡлап ҡалыу, уны үҫтереүҙе дауам итеү маҡсатын ҡуям. Беҙ тауарҙы Сибай һәм Магнитогорск ҡалаларына оҙатабыҙ һәм йыллыҡ килемде 13 – 14 миллион һум кимәлендә тотоп ҡалырға ниәтләйбеҙ, – тип һөйләне эшҡыуар Савелий Иванов.

 

Фото: БР Хөкүмәте сайтынан.

Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас