Кадрҙар әҙерләүгә ҙур иғтибар биреләсәк

2025 йылда федераль финанслау ярҙамына вуздың 2-се уҡыу корпусы үҙгәртеп ҡоролдо, университет хеҙмәткәрҙәренең 16 ғаиләһе торлаҡ шарттарын яҡшыртты, уҡытыусылар дәртләндереүсе түләүҙәр алды.

Кадрҙар әҙерләүгә ҙур иғтибар биреләсәкКадрҙар әҙерләүгә ҙур иғтибар биреләсәк
Кадрҙар әҙерләүгә ҙур иғтибар биреләсәк

Башҡортостан дәүләт аграр университетында белем биреү инфраструктураһын яңыртыу бара. Эштәр “Аҙыҡ-түлек хәүефһеҙлеген технологик тәьмин итеү” (“Технологическое обеспечение продовольственной безопасности”) милли проектына ярашлы башҡарыла.

2025 йылда федераль финанслау ярҙамына вуздың 2-се уҡыу корпусы үҙгәртеп ҡоролдо, университет хеҙмәткәрҙәренең 16 ғаиләһе торлаҡ шарттарын яҡшыртты, уҡытыусылар дәртләндереүсе түләүҙәр алды.

– Кадрҙар ҡеүәтен үҫтереү – агросәнәғәт комплексының тотороҡло үҫешен тәьмин итеү тигән һүҙ. Беҙ бөгөн уның ысынбарлыҡтағы һөҙөмтәһен күрәбеҙ – вуздың матди базаһы яңыра, агрокластар селтәре киңәйә, предприятиелар менән бәйләнеш нығый. Милли проект ярҙамында белгестәр әҙерләүҙең заманса системаһы формалаша,– тип билдәләне Хөкүмәт Премьер-министры урынбаҫары - ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов.

2026 йылда ла кадрҙар әҙерләү дауам итә. Финанслауҙың дөйөм күләме – 654 миллион һумдан ашыу. Был сумманың 641 миллион һумы федераль бюджеттан. Төп иғтибар университеттың 3-сө корпусын капиталь ремонтлауға һәм йыһазландырыуға биреләсәк. Мәктәптәрҙә агротехнологик белем биреү үҫтереләсәк, 1 сентябрҙә яңы агрокластар райондарҙа асыласаҡ.

Ошо йылдан башлап проектты яңы “Агропрофи” йүнәлеше тулыландырасаҡ. Дөйөм финанслау күләме – 122 миллион һум. Уны алыусылар араһында – Н.М. Сибирцев исемендәге Аксенов агросәнәғәт колледжы һәм Урал аръяғындағы З.Ш. Аҡназаров исемендәге агросәнәғәт колледжы.

Яңы “Аҙыҡ-түлек хәүефһеҙлеген технологик тәьмин итеү” милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путин ҡарары буйынса  2025 йылдың 1 ғинуарынан тормошҡа ашырыла.

 

Фото:”Башҡортостан” дәүләт телерадиотапшырыуҙар компанияһы.

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас