

Башҡортостан Республикаһында “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проекты (национальный проект “Международная кооперация и экспорт”) маҡсаттарына ярашлы әҙерләнгән “Башҡортостан Республикаһы. Киләсәк территорияһы” мәғлүмәт-аналитика йыйынтығы сығарылды. Был хаҡта төбәктең Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министрлығынан хәбәр иттеләр.
Яңы йыйынтыҡ Башҡортостанды инвестициялар өсөн майҙансыҡ итеп ҡараған инвесторҙар өсөн файҙалы инструмент буласаҡ. Ул 54 биттән тора һәм республика иҡтисады тураһында комплекслы мәғлүмәт бирә. Унда юл-транспорт инфраструктураһы, минераль-сеймал базаһы һәм урман сығанаҡтары тураһында мәғлүмәттәр тупланған.
Бынан тыш, авторҙар тулайым төбәк продукты күрһәткестәрен, сәнәғәт етештереүе индексын, шулай уҡ ауыл хужалығы һәм туризм динамикаһын ентекле тикшерҙе. Шулай уҡ йыйынтыҡта экспортерҙарға һәм инвесторҙарға ярҙам саралары, дәүләт-шәхси уҙаҡташлыҡ механизмдары, өҫтөнлөклө зоналар, индустриаль парктар һәм сәнәғәт кластерҙарының махсуслаштырылған ойошмалары мөмкинлектәре күрһәтелгән.
– “Башҡортостан Республикаһы. Киләсәк территорияһы” мәғлүмәт-аналитика йыйынтығы – бизнес менән асыҡ диалог өсөн булдырылған практик инструмент. Тап ошондай ҡараш иҡтисади мәғлүмәттәрҙе аныҡ проекттарға әйләндерергә һәм халыҡ-ара бәйләнештәрҙе нығытырға ярҙам итә, - тип билдәләне Башҡортостан Республикаһының тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министры Маргарита Болычева.
“Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проекты Ватан компанияларына ярҙам итеү системаһын булдырыуҙы, шулай уҡ дуҫтарса баҙарҙарға йүнәлеш биреү өсөн инструменттар индереүҙе күҙ уңында тота.
Милли проекттың төп бурыстары - иң һөҙөмтәле ғәмәлдәге механизмдарҙы ҡулайлаштырыу һәм импортлаусы илдәрҙә Рәсәй бизнесы талап иткән инфраструктураны булдырыу буйынса эште көсәйтеү. Яңыртылған милли проекттар РФ Президенты Владимир Путин ҡарары буйынса 2025 йылдан тормошҡа ашырыла.
Рәмилә МУСИНА фотоһы.