

Яңыртылған Өфөнөң 39-сы балалар китапханаһын “Ғаилә” милли проектын (национальный проект “Семья”) тормошҡа ашырыу барышында быйыл сентябрҙә асырға планлаштыралар. Был хаҡта ҡала хакимиәтендә хәбәр иттеләр.
Объекттың әҙерлеге 46 процент тәшкил итә, бөтә эштәр графикка ярашлы башҡарыла. Әлеге ваҡытта стеналар, иҙәндәр ремонтлана, вентиляция ҡоролмаһы, электр монтажлау эштәре алып барыла.
– Башта ҡала үҙ көсө менән фасадты ремонтланы, һуңынан беҙ федераль программала ҡатнаша алдыҡ. Китапханаға килгән балалар уңайлы шарттарҙа уҡый алһын өсөн мөмкин булғандың барыһын да эшләйбеҙ. Ҡорамалдарҙан тыш, китап фондын да яңыртырға тырышасаҡбыҙ, — тип билдәләне ҡала хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарыусы Рөстәм Шәрипов.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостандың баш ҡалаһында элекке “Еңеү” кинотеатры бинаһын да яңыртыу дауам итә. Реконструкциянан һуң яңыртылған бинала 289 урынлыҡ заманса тамаша залы барлыҡҡа киләсәк, шул иҫәптән аҙ хәрәкәтсән халыҡ өсөн.
“Ғаилә” милли проекты ата-әсәләргә һәм балаларға ярҙам итеү өсөн ғәмәлдәге сараларҙы берләштерә: әсәлек капиталы түләнә, икенсе, өсөнсө һәм артабанғы сабыйҙар тыуыу өсөн өҫтәмә стимулдар булдырыла. Бөтә ил буйынса әүҙем оҙон ғүмерлелек практикаһы тормошҡа ашырыла. 14-22 йәшлек йәштәргә музейҙарға, театрҙарға, кинозалдарға һәм башҡа мәҙәниәт учреждениеларына бушлай йөрөргә мөмкинлек биргән “Пушкин картаһы” программаһы ғәмәлдә. Яңыртылған милли проекттар РФ Президенты Владимир Путин ҡарары буйынса 2025 йылдан тормошҡа ашырыла.
Фото: db39.ufacsdb.ru/page/2/