

Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар һәм уларҙың яҡындары өсөн ойошторолған фестиваль, “Ғаилә” милли проекты маҡсаттарына ярашлы, Өфөлә 4 июлдә үтәсәк.
Сара Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнөнә арналған. Сәғәт 11-ҙә фестиваль майҙанында балалар өсөн уйын киңлектәре, психологтар һәм юристар ҡатнашлығында консультациялар, ижади майҙансыҡтар эшләй башлаясаҡ. 12:30 сәғәттә сараның тантаналы өлөшө башлана. Сәхнәлә махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар ғаиләләре концерт номерҙары менән сығыш яһаясаҡ.
“Геройҙар ғаиләләренең көсө” тип аталған фестиваль - яҡын кешеләре ил һағында торғанда уларҙы өйҙә көткән, балалар тәрбиәләгән һәр кемгә рәхмәт белдереү өсөн яҡшы мөмкинлек”, – тип белдерҙе ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры урынбаҫары Ирина Небогатова.
Сара Башҡортостан дәүләт аграр университетының Йәштәр һарайында үткәрелә. Теләгән һәр кем инә аласаҡ.
Илгә ҡағылған тәрән демографик көрсөк шарттарында ғаилә һәм тыуымды яҡлау мөһим йүнәлеш булырға тейеш. Социаль өлкәләге иң эре, киң күләмле “Ғаилә” милли проекты (нацпроект “Семья”), бала тәрбиәләгән һәм күп балалы ғаиләләргә етди иғтибарын төбәп, 2030 йылға тиклем уларҙы яҡлауға ҙур күләмдә аҡса йүнәлтеүҙе күҙ уңында тота. Йыл һайын 1,7 миллион ғаилә ошо милли проект буйынса әсәлек капиталынан файҙаланасаҡ. Шулай уҡ һәр кем ҡуллана алырлыҡ, сифатлы инфраструктура булдырыу, айырыуса ауыл ерендә медицина ярҙамын яҡшыртыу, ҡатын-ҡыҙҙар консультацияларын булдырыу, балалар поликлиникаларын йыһазландырыу, балалар баҡсаларын төҙөү ҙә дауам итәсәк.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, яңыртылған милли проекттар Рәсәй Президенты Владимир Путин ҡарары буйынса 2025 йылдың 1 ғинуарынан тормошҡа ашырыла.
Фото:Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы сайтынан.