

Бөрйән районы “Ғаилә” көнсығыш район-ара үҙәгенең ғаилә хеҙмәтендә ата-әсәләр өсөн “Тотороҡло ғаилә” клубы асылды. Дәрестәр “Ғаилә” милли проектының (национальный проект “Семья”) маҡсаттарына ярашлы ойошторола, тип хәбәр иттеләр республиканың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығынан.
Клубтың эше 15 осрашыуға иҫәпләнгән. Һәр береһен ғаилә хеҙмәте психологтары үткәрәсәк. Ҡатнашыусылар ғаилә тормошо менән бәйле темаларҙың киң даирәһен тикшерәсәк: ир менән ҡатын араһындағы мөнәсәбәттәр, балалар тәрбиәләү, көрсөк хәлдәрен еңеп сығыу, үҙ-ара аңлашыуҙы үҫтереү һәм ғаилә эсендәге бәйләнештәрҙе нығытыу. Бындай дәрестәр ата-әсәләргә тәжрибә уртаҡлашырға, һөнәри ярҙам алырға һәм тормош һәм тәрбиә мәсьәләләрен хәл итеүҙә яңы алымдар табырға ярҙам итә.
Тәүге осрашыу булған да, унда алты ғаилә килгән. Ул ғаилә тарихы, йолалары һәм быуындар бәйләнеше темаһына арналған. Психологтар менән бергә ата-әсәләр кеше тормошонда үҙ тамырҙарын белеүҙең ниндәй роль уйнауы, ғаиләлә ниндәй ҡиммәттәрҙең быуындан-быуынға тапшырылыуы һәм ғаилә тарихының шәхес формалашыуына нисек йоғонто яһауы тураһында уйлана.
“Ғаилә” милли проекты ата-әсәләргә һәм балаларға ярҙам итеү өсөн ғәмәлдәге сараларҙы берләштерә: әсәлек капиталы түләнә, икенсе, өсөнсө һәм артабанғы сабыйҙар тыуыу өсөн өҫтәмә стимулдар булдырыла. Бөтә ил буйынса әүҙем оҙон ғүмерлелек практикаһы тормошҡа ашырыла. 14-22 йәшлек йәштәргә музейҙарға, театрҙарға, кинозалдарға һәм башҡа мәҙәниәт учреждениеларына бушлай йөрөргә мөмкинлек биргән “Пушкин картаһы” программаһы ғәмәлдә. Яңыртылған милли проекттар РФ Президенты Владимир Путин ҡарары буйынса 2025 йылдан тормошҡа ашырыла.
Фото: национальныепроекты.рф