Өс районды тоташтырған юлды ремонтлай башланылар

Көн һайын унан өс меңдән ашыу автомобиль үтә

Өс районды тоташтырған юлды ремонтлай башланыларӨс районды тоташтырған юлды ремонтлай башланылар
Өс районды тоташтырған юлды ремонтлай башланылар

Балтас районында “Тормош өсөн инфраструктура” милли проекты сиктәрендә Борай – Иҫке Балтас – Көйәҙе юлын ремонтлау дауам итә, тип хәбәр иттеләр республиканың транспорт министрлығында.

Иҫке Ямырҙа ауылы эргәһендәге биш километр оҙонлоҡтағы участкала иҫке япманы ҡырып алыу, тигеҙләү ҡатламын урынлаштырыу һәм яңы асфальт-бетон япманы һалыу башлағандар. Бынан һуң юлсылар юл ситтәрен нығытасаҡ һәм билдәләр ҡуясаҡ.

– Борай – Иҫке Балтас – Көйәҙе юлы республиканың төньяҡ өлөшөндәге мөһим транспорт артерияһы. Ул өс районды: Балтас, Борай һәм Тәтешле райондарын тоташтыра. Был трасса буйынса урындағы халыҡ район үҙәктәренә – Үрге Тәтешле һәм Иҫке Балтас ауылдарына барып етә. Шулай уҡ ул Башҡортостан менән Пермь крайы араһында транспорт бәйләнешен тәьмин итә. Көн һайын унан өс меңдән ашыу автомобиль үтә, – тип белдерҙе Башҡортостандың транспорт һәм юл хужалығы министрының беренсе урынбаҫары Виктор Жульков.

Ремонт график буйынса бара. Бөтә эштәрҙе 2026 йылдың аҙағына тиклем тамамлау планлаштырыла. 2026 йылда “Тормош өсөн инфраструктура” милли проекты (национальный проект “Инфраструктура для жизни”) буйынса Башҡортостанда 200 саҡрым самаһы юл һәм дөйөм оҙонлоғо 1900 метр булған 13 күпер норматив хәлгә килтереләсәк..

Айрат Нурмөхәмәтов фотоһы.

Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас