Ғаилә ялын театрға бағышла

Һәр ҡала, райондағы “Ғаилә ялы” программаһын БР Ғаилә порталында ҡарарға була

Ғаилә ялын театрға бағышлаҒаилә ялын театрға бағышла
Ғаилә ялын театрға бағышла

25 июлдә Башкортостанда тағы бер “Ғаилә ялы” ойошторола. Был юлы “Ғаилә” милли проекты (национальный проект “Семья”) буйынса үткәрелгән сара театрға бағышлана һәм республиканың ҡала-райондарында үтә. Был хаҡта БР Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы хәбәр итә.

Театр ҡурсаҡтары эшләүгә өйрәткән оҫталыҡ һабаҡтары, ғаилә уйындары, ижади экспромт балаларға ла, ата-әсәләргә лә ҡыҙыҡлы булыр, тип иҫәпләй ойоштороусылар. Клиник психолог менән осрашып, ғаиләләге мөнәсәбәттәр тураһында кәңәшләшеү ҙә зыян итмәҫ.

– Ғаилә ялдарын бергәләп үткәреү республикала күптәр өсөн матур йолаға әйләнде. Һәр осрашыуҙы яңы темаға арнарға, уның төрлө йәштәге ҡатнашыусыларға ла ҡыҙыҡлы булыуына өлгәшергә тырышабыҙ. Был юлы театрҙа туҡталдыҡ. Ата-әсәләр менән балалар бергәләп уйнай, импровизация яһай, үҙ ҡулдары менән нимәлер эшләй ала, – ти “Ғаилә” респубика ресурс үҙәге директоры вазифаһын башҡарыусы Ангелина Девятерикова.

Һәр ҡала, райондағы “Ғаилә ялы” программаһын БР Ғаилә порталында ҡарарға була.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: РФ Президенты В.В. Путин ҡарарына ярашлы, былтырҙан алып яңыртылған милли проекттар тормошҡа ашырыла.

Фото: vk.ru/mintrudrb?ysclid=mrw0srmbpi108056523

Беҙҙең гәзиттең МАХ-тағы каналына ҡушылығыҙ: https://max.ru/gazetabashkortostan

 

Автор:Равиля Гатауллина
Читайте нас