

“Йәштәр һәм балалар” милли проектына ярашлы (национальный проект “Молодежь и дети”) Ҡариҙел районы мәктәптәрендә хеҙмәт дәрестәре өсөн бүлмәләрҙең матди–техник базаһы яңыртыла. Был турала район хакимиәте хәбәр итә.
Бүлмәләрҙә заманса фрезерлау һәм лазер станоктары, теген машиналары барлыҡҡа килгән.
Хәҙер малайҙар һәм ҡыҙҙар ағас эштәренә лә, бешеренеүгә лә, дизайн нигеҙҙәренә лә өйрәнә ала.
- Бындай шарттар һәләтле һәм маҡсатлы йәштәр тәрбиәләүгә булышлыҡ итер, - ти Ҡариҙел районы хакимиәте башлығы Айҙар Шәйҙуллин.
“Йәштәр һәм балалар” милли проекты йәш таланттарҙы үҫтереүгә шарттар тыуҙырыуға йүнәлтелгән. Уның сиктәрендә мәктәптәр төҙөлә, ремонтлана, педагогтарҙың квалификацияһы күтәрелә, уҡыу өсөн уңайлы шарттар тыуҙырыла.
Яңыртылған милли проекттар Рәсәй Президенты Владимир Путиндың ҡарары буйынса 2025 йылдан тормошҡа ашырыла.
Автор фотоһы.