

Башҡортостандың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы халыҡты “БумБатл” Бөтә Рәсәй акцияһының етенсе миҙгеленә ҡушылырға саҡыра. Макулатура йыйыу буйынса акция “Экологик именлек” милли проекты (национальный проект “Экологическое благополучие”) сиктәрендә 2027 йылдың 31 майына тиклем Рәсәй Тәбиғәт министрлығы булышлығында үтә, тип хәбәр иттеләр республика министрлығынан.
– Уҙған миҙгелдә Башҡортостан 875,7 тонна макулатура йыйҙы һәм ҙур төбәктәр араһында беренсе булды. Мәктәптәрҙе, предприятиеларҙы, ғаиләләрҙе һәм һәр кемде был уңышты дауам итергә саҡырабыҙ. Ҡағыҙҙы эшкәртеүгә тапшырыуығыҙ менән һеҙ урмандарҙы һаҡлайһығыҙ һәм тәбиғәткә йөкләмәне кәметәһегеҙ, – тип билдәләнеләр Башҡортостандың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығында.
Ҡатнашыу өсөн бумбатл.рф-та теркәлергә, ҡағыҙ сеймалды ҡабул итеү пунктына тапшырырға һәм актты шәхси кабинетҡа урынлаштырырға кәрәк.
Коллектив, шәхси һәм ғаилә зачеттарына йомғаҡ ноябрҙә яһаласаҡ, бүләкләү 15 ноябрҙә, Бөтә донъя икенсел эшкәртеү көнөндә үтәсәк.
Яңыртылған милли проекттар Рәсәй Президенты Владимир Путин ҡарары буйынса 2025 йылдан тормошҡа ашырыла.
Беҙҙең МАХ каналына ҡушылығыҙ: max.ru/gazetabash...
Фото: “БашНьюс”