

2026 йыл Рәсәй Президенты тарафынан Ҙур һәм татыу ғаилә йылы тип иғлан ителде. Был тағы ла бер ҡат беҙгә ғаилә ҡиммәттәрен нығытыу, ғаилә, атайлыҡ, әсәлек һәм балалыҡты яҡлауҙың ҡағылғыһыҙ йүнәлештәр икәнен раҫланы. Бала үҫтергән ғаиләләр республикала халыҡ һаны үҫешен тәьмин итеүҙә мөһим роль уйнай. Демографик хәлде яҡшыртыу һәм балалар, ата-әсәләр өсөн уңайлы шарттар тыуҙырыу, ғаилә институтына ярҙам итеү буйынса республика етәкселеге тотороҡло сәйәсәт алып бара.
Бөгөн республикабыҙҙа күп бала тәрбиәләгән 73,7 мең ғаилә йәшәй. 2020 йылдан алып уларҙың һаны 14,7 меңгә артты. 2036 йылға илдә тыуымдың суммар коэффициенты 1,8-гә, ә күп балалы ғаиләләрҙең һаны өс миллионға ҡәҙәр артырға тейеш, тип күҙаллана. Был курсты раҫлаған ҡарарҙар федераль кимәлдә ҡабул ителде. Яңы “Ғаилә” милли проекты балалы ғаиләләрҙең тормош сифатын яҡшыртыуға йүнәлтелгән. Уның составына ингән биш федераль проекттың иң мөһимдәренең береһе – яҡшы йәшәү өсөн шарттар тыуҙырыуҙы иңенә алған “Күп балалы ғаилә” проекты. Ишле ғаиләләр өсөн федераль кимәлдә тәҡдим ителгән ярҙам саралары Башҡортостанда һуңғы 25 йыл эсендә уңышлы тормошҡа ашырыла. Былтыр был маҡсатҡа республика бюджетынан йүнәлтелгән средстволар күләме 1,23 миллиард һум тәшкил итте. Башҡортостанда бала тыуған һәр ғаилә, матди хәленең нисек булыуына һәм балалар һанына ҡарамай, дәүләт ярҙамына иҫәп тота ала. Граждандарҙың ҡайһы бер категориялары – күп балалылар, аҙ тәьмин ителгәндәр, яңғыҙ әсәләр һәм инвалид бала тәрбиәләгән ата-әсәләр өҫтәмә финанс ярҙамына эйә.
Ғаиләне яҡлау пособие түләү тигәнде генә аңлатмай, ул барыһынан да элек кешене солғаған мөхитте яҡшыртыуға, уның һаулығын хәстәрләүгә, белемен арттырыуға, торлаҡлы итеүгә, эш шарттарын яйлаштырыуға, килемен, конкурентлыҡҡа һәләтен күтәреүгә булышырға тейеш. Өҫтөнлөклө милли проекттар һәр ғаилә үҙе хаҡындағы хәстәрлекте яҡшы тойһон, киләсәккә өмөт менән ҡараһын өсөн тап ошо маҡсатҡа хеҙмәт итә. Социаль сәйәсәт һөҙөмтәһенең илдең дөйөм иҡтисади үҫеше менән тығыҙ бәйле булыуын да онотмайыҡ.
Демографик көрсөктән сығыу өсөн власть даирәләренең күҙенә салынмаған ниндәй сәбәптәр бар? Был мәсьәлә даими өйрәнелә.
Башҡортостан Хөкүмәтенең тыуымды күтәреү буйынса төбәк программаһында иллегә яҡын яңы сара ҡаралған. Шуларҙың бер нисәһе: репродуктив сәләмәтлекте нығытыу, ғаиләгә уңайлылыҡ тыуҙырған инфраструктураны булдырыу, ата-әсәләр өсөн профессиональ эшмәкәрлекте һәм балалар тәрбиәләүҙе алып барыу өсөн шарттар тыуҙырыу, студент ғаиләләренә ярҙам итеү һәм башҡалар. Быйылғы исемле йылдың төп маҡсаты ла ҙур, күп балалы ғаиләләрҙең абруйын күтәреүгә йүнәлтелгән. Башҡортостанда хәҙерге ваҡытта ун һәм унан да күберәк бала тәрбиәләгән етмештән ашыу ғаилә булыуы билдәле. Ул һәм ҡыҙҙарҙы ил өсөн файҙалы шәхес итеп үҫтереү, тормошҡа аяҡ баҫтырыу, һөнәрле итеү ауыр, яуаплы хеҙмәт. Тап ғаилә мөхитендә төрлө яҡлап шәхес формалаша, донъяға ҡарашы, әхләҡи йүәнәлештәре билдәләнә.
Ошо йәһәттән Рәсәй дәүләте күп балалы ғаиләләрҙе яҡлау буйынса юғалтылған традицияларҙы әүҙем тергеҙеүен дауам итә. Шуларҙың береһе – 2022 йылда “Герой Әсә” исемен ҡайтарыу булһа, икенсеһе – 2025 йылда ошо ҡыйыу ҡатындар өсөн Хеҙмәт Геройҙары льготаларына торошло социаль гарантиялар булдырыу. Ун һәм унан да күберәк бала тәрбиәләп үҫтергән әсәләр бер миллион һумлыҡ түләүҙән тыш, башҡа өҫтөнлөктәрҙән дә файҙаланасаҡ. Бынан тыш, илдә өлгөлө ғаиләләр өсөн лайыҡлы наградалар булдырылған: “Ата-әсәлек даны” ордены, “Ата-әсәлек даны” ордены миҙалы, “Ата-әсә фиҙакәрлеге” миҙалы. Ә Башҡортостанда биш һәм унан да күберәк ул-ҡыҙҙар үҫтергән әсәләр өсөн “Әсәлек даны “ миҙалы бар.
Хәҙер “Герой Әсә” беҙҙең илдә иң юғары исем һанала. Был дәүләт наградаһы менән Башҡортостанда йәшәгән тиҫтәнән ашыу әсәнең бүләкләнеүенә шаһитбыҙ һәм ғорурбыҙ. Шуларҙың береһе, юғары исемгә лайыҡ булған Герой әсәләрҙең туғыҙынсыһы, үҙе лә ете балалы ғаиләлә үҫкән Флүрә Фәттәхова ун балаға әсә булыуҙан тыш, 20 ейәнгә һәм бер бүләгә өләсәй!
Был һандар беҙҙең йәйрәп ятҡан илебеҙ өсөн бер һыу тамсыһындай ғына тойолалыр. Шуға күрә ил, республика етәкселегенең ғаилә нигеҙҙәрен һаҡлауға һәм үҫтереүгә, айырыуса ишле ғаиләргә иғтибарҙы арттырыуға йүнәлеш алыуы демографик күрһәткестәрҙе яҡшыртыуҙа бик ваҡытлы сара булыуын раҫлай. Күп балалы ғаиләләргә дәүләт ярҙамы тураһында һөйләгәндә республикала 2020 йылдан эшләп килгән ярлылыҡ кимәлен кәметеүгә йүнәлтелгән пилот проектын да телгә алғы килә. Проектҡа ярашлы, социаль контракт нигеҙендә килемдәре йәшәү минимумынан түбән булған аҙ килемле ғаиләләргә, яңғыҙ йәшәгән граждандарға адреслы социаль ярҙам күрһәтелә.
Демография өлкәһендә ауырлыҡтар, ҡытыршылыҡтар булыуына ҡарамаҫтан, һуңғы осорҙа йәмәғәтселектә ғаилә һәм никах институтына ҡыҙыҡһыныу артыуын, күп балалы ғаиләгә ихтирамлы мөнәсәбәт көсәйеүен тоймау мөмкин түгел. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров тарафынан 2026 йылдың Ҙур һәм татыу ғаилә тип иғлан ителеүе күп ғаиләләргә йылылыҡ, бәхет, ҡыуаныс , именлек алып килеүенә ышанғы килә.
Владимир ПУТИН, Рәсәй Президенты:
“Күп балалы ғаилә – ил терәге. Ғөмүмән, бөтә ғаилә лә, тик күп балалы ғаилә – тағы ла нығыраҡ терәк. Ни өсөн күп балалы ғаилә мөһим? Һеҙ быны миңә ҡарағанда нығыраҡ беләһегеҙ. Сөнки бында кешенең ғаиләне һәм илде тотоп торған төп сифаттары тәрбиәләнә: өлкәндәргә хөрмәт, кескәйҙәр тураһында мөхәббәт һәм хәстәрлек, хеҙмәт һөйөүсәнлек, һәм “ғаилә” организмы менән бәйләнгән бөтә нимә. Был беҙ даими рәүештә һөйләгән һәм хуплаған тап традиция ҡиммәттәре лә инде”.
Радий ХӘБИРОВ, Башҡортостан Башлығы:
“Беҙҙе бөгөн республикалағы демографик хәл бик борсой. Был – иң ҡатмарлы бурыстарҙың береһе. Һеҙ беләһегеҙ, тыуым беҙҙә кәмей. Бәлки, тап һеҙҙең кеүектәр арҡаһында баҡыйлыҡҡа күскәндәргә ҡарағанда беҙҙә күберәк кеше тыуа башлар. Күп балалы ғаиләләр һәр саҡ Башҡортостан биләмәһендә йәшәгән халыҡтарҙың төп һыҙаты булды. Әйҙәгеҙ бергәләп был традицияны һаҡлайыҡ!”
Рауил НАСИБУЛЛИН, социология фәндәре докторы:
“Беҙгә демография өлкәһендә даими тикшеренеү эштәрен дауам итергә, аныҡ биләмәләрҙә ғаиләләр хәлен, тормош сифатын асыҡлау, миграция сәбәптәрен, бала табыуға ҡамасаулаған ҡаршылыҡтарҙы өйрәнеү кәрәк. Демографик докладтарҙы тыңлағандан һуң , мәғлүмәттәрҙең һәм даими анализдың ни тиклем мөһимлеген асыҡ күрәһең, статистик яҡтан да, социологик күҙлектән дә. Әгәр тулы тикшеренеүҙәр үткәрелмәһә, беҙ “сирҙе” түгел, ә уның “күләгәһен” генә дауалаясаҡбыҙ. Ҡаршылыҡтар төрлө биләмәлә төрлөсә: ҡайҙа– дауаханаға йөрөргә транспорт, икенсеһендә –– балалар баҡсаһы юҡ, өсөнсөһөндә – эш хаҡы түбән. Демографияны йәмғиәттең торошон билдәләгән термометр менән сағыштырыр инем. Ул беҙгә ҡайһы юҫыҡта – һаҡлыҡ һаҡлауҙамы, иҡтисадтамы, әллә социаль сәйәсәттәме– үҙгәрештәр индереүҙе, нығыраҡ эшләүҙе асыҡ күрһәтәсәк”.
Фотола: Баҡалы районында йәшәгән Илзида һәм Радик Бахрамовтарҙың ҙур йортонда 12 бала үҫә. Улар яңыраҡ ил Президенты Владимир Путиндың Указы менән “Ата-әсәлек даны” ордены миҙалы менән бүләкләнде.
Фото Ғәилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы сайтынан.