

“Йәштәр һәм балалар” милли проекты (национальный проект “Молодёжь и дети”), ярҙамында Башҡортостандың Алдынғы һөнәри әҙерлек үҙәге базаһында заманса медиаетештереү оҫтаханаһы асылды, тип хәбәр иттеләр төбәктең Мәғариф министрлығынан.
Проект дүрт функциональ биләмәне үҙ эсенә ала: лекциялар һәм команда эше өсөн проект үҙәге, монтаж зонаһы, алмаш фон һәм яҡтылыҡ менән профессиональ видео төшөрөү зонаһы, подкастар яҙҙырыу өсөн студия. Унда медиаүҙәктең уҡыусылары видео төшөрөүҙән алып монтажлауға тиклем тулы цикллы контент булдыра ала.
– Яңы оҫтахана төрлө колледж студенттарының ижады өсөн асыҡ майҙансыҡ буласаҡ һәм республикала йәштәр медиаһын үҫтереүгә ҡеүәтле импульс бирәсәк. Башҡортостан колледждарының бөтә медиаүҙәктәре әле үк был оҫтахананы үҙ проекттарын тормошҡа ашырыу өсөн файҙалана ала. Был йәш медиаспециалистарҙы әҙерләүҙә һәм заманса студенттар контентын булдырыуҙа мөһим аҙым, – тип билдәләне төбәктең Алдынғы һөнәри әҙерлек үҙәге директоры Гөлнара Нурғәлиева.
“Йәштәр һәм балалар” милли проекты таланттарҙы үҫтереү һәм йәштәрҙең үҙ-үҙҙәрен үҫтереү өсөн мөмкинлектәр булдырыуға йүнәлтелгән. Милли проект үҙәгендә – мәктәптәр төҙөү һәм ремонтлау, уҡытыусыларҙың квалификацияһын күтәреү, уҡытыуҙың яңы методикаларын һәм уҡытыу өсөн уңайлы шарттар булдырыу.
Милли проект шулай уҡ донъя кимәлендәге кампустар селтәрен үҫтереүҙе һәм "Өҫтөнлөк-2030" программаһы буйынса юғары уҡыу йорттарына ярҙам итеүҙе күҙ уңында тота.
Яңыртылған милли проекттар Рәсәй Президенты Владимир Путин ҡарары буйынса 2025 йылдан тормошҡа ашырыла.
Фотолар: Алдынғы һөнәри әҙерлек үҙәгенең матбуғат хеҙмәте.
Беҙҙең МАХ каналына ҡушылығыҙ: max.ru/gazetabash...